Тыуған ергә ерегеп, ил эшенә егелеп…
22 сентября 2016 йыл | Йәмғиәт

 Уҡып бөткәс, тыуған колхозында төҙөүселәр бригадаһында мастер булып хеҙмәт юлын башлай. "Тәүге эш хаҡыма башҡалар кеүек костюм түгел, ә күптән хыялланып йөрөгән "Беларусь” гармунын һатып алдым. Һуңғараҡ "Саратский” гармунында ла уйнаным, ғүмерем буйына ҡулымдан төшөрмәнем был музыка ҡоралын, - ти Зәкир Вәлиулла улы.
3 йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, колхозда үҙ һөнәре буйынса тырышып эшләп йөрөгән егетте "Йондоҙ” колхозының 2-се бригадаһына бригадир итеп күсерәләр. Бында ла тәүге көндән үк ең һыҙғанып эш башлаған, кешеләр менән бик тиҙ уртаҡ тел табып, ойоштора белгән бригадирҙы колхоз рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡов һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуя. Райкомдың 1-се секретары М.Ғ.Баҡыев та йәш белгестең һәләтен күреп, юғары партия мәктәбенә уҡырға барырға өндәй. "Сәсеүҙе бөтөрөп китәйем тип йөрөп, документтарымды тапшырырға һуңланым. Бер нисә йылдан һуң ғына Ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлап, зоотехник-умартасы дипломы алып сыҡтым, - тип хәтер йомғағын һүтә Зәкир ағай. – Бригадир булып оҙаҡ ҡына эшләгәндән һуң, 1978 йылда һөтсөлөк фермаһына мөдир итеп ҡуйҙылар. Ул ваҡытта "Йондоҙ” колхозы һөт һауыу буйынса районда арттағылар рәтендә ине. Иң тәүҙә эште коллективты бергә туп-лап, эш урындарында ҡаты тәртип, таҙалыҡ булдырыуҙан башланым. Яңы эш алымдары индереп, малдарға аҙыҡ әҙерләү, беренсегә һауылған таналарҙы тотоу, быҙауларға әҙерләү цехтарын асыуға ирештек, ферманы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырҙыҡ. Йәйгелеккә инде малдарҙы 4 йәйләүгә сығара инек.”
Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған етәксе булараҡ, эшселәрҙең ял сәғәттәрен тейешле кимәлдә ойоштороуҙы ла үҙ өҫтөнә алып,  тыуған көндәрҙе, Яңы йыл кисәләрен үткәреүҙе, дәртләндереү сараһы булараҡ бүләкләү йолаһын индерә, кәрәкле ҡорамалдар һатып алып радио уҙғара. Һәйбәт эш һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәй – һауым буйынса 4-се урынға күтәрелә "Йондоҙ” колхозының һөтсөлөк фермаһы. Көндө төнгә ялғап эшләгән алдынғы һауынсылар - "Хеҙмәт даны” ордены һәм "Хеҙмәт батырлығы” миҙалына лайыҡ Зәки Сираев, "Почет Билдәһе” ордены кавалеры Сәлиха Йәрмиева, БАССР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Хәмиҙә Атанғолова, "3 меңселәр” Рәшиҙә Кушенова, Рәйфә Ишмырҙина, Мәфтуха Аҙнабаева һәм башҡа бик күптәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәт емеше була был. Ферма мөдире вазифаһында 7 йыл эшләгәс, тәжрибәле етәксене сельпо рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Сельпоның матди-техник базаһын нығытыуға, сауҙа эшен үҫтереүгә тос өлөш индерә Зәкир Вәлиулла улы. Сәйетбабала ғына түгел, бөтә тирә-йүндәге ике тиҫтәнән ашыу сауҙа нөктәһенең эшен тейешле кимәлдә ойоштороуға, ныҡлы тәртип урынлаштырыуға, тәжрибәле сауҙа хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләүгә өлгәшә. Артабан ауыл советы рәйесе, партия ойошмаһы секретары булып та эшләргә тура килә уға.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙен бөтмөр, инициативалы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған етәксе итеп таныта Зәкир ағай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ижтимағи эшмәкәрлеген дауам итә - оҙаҡ йылдар урындағы Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡара. Ауыл хакимиәте, тарихи-мәҙәни үҙәк, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы, Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмалары менән ҡулға-ҡул тотоноп район, республика йәмәғәтселеге иғтибарын үҙенә йәлеп итерҙәй саралар үткәрәләр. Милли рух, дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре менән һуғарылған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, "Шәжәрә” байрамы, "Милләт тамыры – туғанлыҡта”, "Йәйләүҙәр йыйыны”, "Өләсәйем доғалары”, "Ил ырыҫы ирҙәрҙә, йәғни туғыҙ ирҙең һикһәне”, "Арҙаҡлы яҡташтар йәштәргә өлгө”, "Быуындар бәйләнеше”, "Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте”, "Дин һәм сәләмәтлек” кеүек саралар тураһында үҙ ваҡытында матбуғат биттәрендә баҫылды, Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарында күрһәтелде. Халыҡ йолаларын тергеҙеү маҡсатында бер нисә йыл элек ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын ойоштороп балаҫ, көйөҙ һуғыу цехын да асып ебәрә Зәкир ағай.
Әүҙем йәмәғәтселек эше алып барған, ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙанған Зәкир Вәлиулла улы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың "Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ғаиләһендә тормош иптәше Рәшиҙә апай, 5 балаһы, 8 ейән-ейәнсәре өсөн өҙөлөп торған иғтибарлы, хәстәрлекле ир, атай, олатай ҙа ул. Яуаплы вазифаларҙа эшләгән Зәкир ағайҙың ғаиләһе, балалары өсөн күңеле һәр саҡ тыныс була. Сөнки уны өйөндә тәүлектең ҡайһы сәғәтендә ҡайтһа ла боҫорап торған самауыры янында тәмле һыйҙары менән һөйөклө ҡатыны көтә. Ғүмерлек тоғро юлдашы, таянысы булған Рәшиҙә апайға сикһеҙ рәхмәтле Зәкир ағай.
Үҙҙәренә оҡшап бар балалары ла уңған, егәрлеләр. Юғары уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөйҙәр. Роза Өфө ҡалаһында төҙөлөш компанияһында өлкән адвокат булып эшләй. Икенсе ҡыҙҙары Рәйсә - Сибай ҡалаһында китапхана мөдире. Заһир улдары география факультетын тамамлаған. Әле Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Таһир улдары эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Иң кеселәре Урал юрист һөнәрен үҙләштергән, ауылда ата-әсәһе донъяһын дауам итеүсе. Уҙған йыл уға ауылдаштары, йәш булһа ла ҙур ышаныс күрһәтеп, ауыл Советына депутат итеп һайлағандар.
Оҙаҡ йылдар етәкселектә, йәмәғәтселек эшендә янып-көйөп йөрөгән Зәкир Вәлиулла улы ғүмере буйы сәнғәттән айырылмай. "1976 йыл ине. Мин колхозда бригадир. Үҙем клубта һәүәҫкәр артисмын да. Район делегацияһы – агитбригада составында Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында сығыш яһаныҡ. Мин "Бригадир” йырын башҡарҙым. Илебеҙҙең 56 төбәгенән килгән коллективтар араһында лайыҡлы урын алдыҡ”, - ти Зәкир ағай. Халыҡ йырҙарын, бигерәк тә "Урал”, "Ҡолой кантон”, "Бейеш”, "Буранбай”ҙы яратып йырлай. Тыуған иленән бик алыҫта – Германияла хеҙмәт иткән сағында сәхнәнән "Азамат”ты ла йыш башҡара ул. "Бухенвальдта дуҫлыҡ” тигән ерҙә инглиздәр менән осрашыуҙа "Кемегеҙ инглизсә йырлай белә” тигәс, бер ҙә аптырап тормай, мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы Роза Шәрип ҡыҙы Байбулдина өйрәткән 3 куплетлы йырҙы йырлап ишеттерә. Башҡорт егетенең инглизсә йырлауына барыһы ла хайран ҡалып, гөрләтеп ҡул сабалар…
"Йырлап-бейеп йәшәмәгәс, ни ҡыҙығы донъяның” тип, 1986-1988 йылдарҙа республикала уҙған "Тальян гармун” халыҡ ижады фестивалдәрендә ғаилә ансамбле менән уңышлы ҡатнашалар. Улар өсөн махсус тектерелгән сағыу сәхнә кейемдәре кейгән, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған, үҙҙәре йырлап та, бейеп тә 5 балаһы менән сығыш яһаған Ишмырҙиндар ғаиләһен Өфө тамашасыһы ла алҡышлай. Әле лә сәхнәнән төшмәй Зәкир ағай. Бар мәҙәни сараларҙың уртаһында булған "Аҡбейек” вокал ансамбленең етәксеһе лә ул. Бер нисә йыл инде өлкән йәштәге һәүәҫкәр артистар өсөн уҙғарылған "Яратам һине, тормош!” фестивалендә ҡатнашып,
призлы урындар яулайҙар.
Етмешкә еткәндә лә егеттәрсә етеҙ, алдынғы ҡарашлы, заманса фекер йөрөтә белгән, киләсәккә бихисап уй-хыялдар менән янып йөрөгән аҡһаҡалға "Афарин!” тибеҙ һәм тағы ла оҙаҡ йылдар сафта ҡалыуын теләйбеҙ.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.