Имен юлдар һеҙгә, автомобилселәр!
29 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

- Анатолий Иванович, һеҙгә традицион һорау: һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылайһығыҙ?
- Насар түгел. Предприятиебыҙҙың 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, шуны билдәләп үтергә кәрәк, тулайым килем 23 миллион һумға яҡын тәшкил  итте. Әлбиттә, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда табыш бигүк юғары түгел. Автобустар паркы үткән осорҙа 52 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Сығымдар ҙа ярайһы ғына. Шуға ҡарамаҫтан, автобустар паркы яңыртып торола. Һуңғы йылдарҙа 8 яңы автобус һатып алынды. 3 "Мерседес-515” - ауылдарға, ә 5 "Мерседес-413” һәм 2 "КаВЗ” автобустары ҡалаға рейстар яһай. Лизинг буйынса алынған "ПАЗ” автобусы хаҡын әле түләү бара. Йәнә бер "Мерседес”ты предприятиебыҙ иҫәбенә алырға уйлашабыҙ.
- Районыбыҙ ауылдарына, ҡалаларға автобустар йөрөшө хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтегеҙ әле?
- Предприятиебыҙҙың 24 автобусы көн һайын 11 ҡала яны маршруты буйынса рейсҡа сыға. Өфө, Стәрлетамаҡ маршруттары буйынса көн дә 5-әр рейс яһала. Өфөгә иртәнге сәғәт 6-ла өҫтәлмә рейс астыҡ. Салауат ҡалаһына йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Ишембай ҡалаһы аша бер рейс яһала. Районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдары ла тиерлек автобус хәрәкәте менән тәьмин ителде.
Был маршруттарҙан тыш, "Красноусол” шифаханаһы заказын да үтәйбеҙ, шифахана эшселәрен хеҙмәтләндереү ҙә беҙҙең иңдә.
- Һандар артында, әлбиттә, тотош коллективтың тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте күҙаллана. Һөнәри байрам уңайынан хеҙмәт алдынғыларын, төрлө наградаларға тәҡдим ителеүселәрҙе билдәләп үтеү йолаһы йәшәй. Һеҙҙә лә ундайҙар барҙыр?
- Әйтергә кәрәк, 42 кешенән торған беҙҙең коллективты эшһөйәр, үҙ эшен еренә еткереп, тейешенсә башҡарған кешеләр берләштерә. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан ҡайһы берҙәрен төрлө бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Бына, мәҫәлән, водитель Валерий Тарасов менән бухгалтер Галина Малых БР "Башавтотранс” ДУП-ының Рәхмәт хаты, йыйыштырыусы Любовь Королева менән автомобилдәрҙе ремонтлаусы слесарь Виктор Кулагин автопредприятиебыҙҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнһә, водитель Йәмил Мөхәмәтшин менән автотранспорттың техник торошон тикшереүсе контролер Валерий Сидоров автопредприятиеның, водитель Фәтих Зәйнетдинов БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының, водитель Владислав Чигвинцев РФ Транспорт министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Ә баш инженер Василий Степановтың фотоһүрәте "Башавтотранс” ДУП-ының "Почет таҡтаһы”нда урын аласаҡ.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Уңайлы мәлдән файҙаланып, барлыҡ коллективты, автотранспортсыларҙы, ветерандарыбыҙҙы (16 кеше) һөнәри байрам – Автотранспортсылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, тигеҙ, һикәлтәһеҙ юлдар, ғаилә именлеге, юлдарҙа һәр саҡ йәшел ут  ҡына янып тороуын теләйем.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлау-теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамса кәйеф һеҙгә!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.