Өсөһө лә бер һөнәрле
29 октября 2016 йыл | Йәмғиәт

Хәҙер инде бөткән Биҙәүләт ауылында Миңлегөл менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Имаметдин Фәтҡуллиндарҙың ишле ғаиләһендә 5 ҡыҙ араһында өс таған булып буй еткерә Фәнир, Фәнүр, Марсель. Тыуған ауылдары мәктәбендә башланғыс белем алып, артабан уҡыуҙарын Сәйетбабала дауам итәләр. Мәктәпте тамамлағас иһә һәр ҡайһыһы Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта. Фәнир Смоленскиҙа водитель булып хеҙмәтен тултырһа, Фәнүр менән Марсель Хәрби-диңгеҙ флотында, Тымыҡ океанда 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Артабан ағайҙары – Стәрлетамаҡта, ә ике энекәш элекке 130-сы һөнәрселек училищеһында (хәҙер Ауырғазы күп профилле колледж) шофер һөнәрен үҙләштерә. Фәнир менән Фәнүр хеҙмәт юлдарын Красноусол быяла заводында, ә Марсель ОРС-та водитель булып башлай.
Имаметдин уландарынан иң өлкәне Фәнир ҙур тәжрибәгә эйә булып, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән. 3 йыл инде Курорт мәктәбе автобусы водителе булып эшләй. Тормош иптәше Миләүшә менән 2 ҡыҙ һәм 1 ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн 3 ейәнсәр, 1 ейәндең яратҡан олатаһы ла ул.
30 йыл ғүмерен Красноусол автотранспорт предприятиеһында пассажирҙар ташыуға арнаған Фәнүр - автобус водителе. Уның тырыш хеҙмәте район, республика, Рәсәй Федерацияһы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Фотоһүрәте "Башавтотранс” ДУП-ының "Маҡтау таҡтаһы”на эленгән. Ҡатыны – үҙәк район дауаханаһы Балалар поликлиникаһы шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлнара менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Алдынғы водитель хәҙер район юл төҙөү-ремонтлау идаралығында "КамАЗ” автомашинаһында эшләй.
Төрлө урындарҙа эшләп, ярайһы тәжрибә туплаған Марселде Красноусол автотранспорт предприятиеһына ҡуш ҡуллап эшкә ҡабул итәләр. Бында хеҙмәт юлын башлауына ла 6 йыл булып киткән. "Нефаз” автобусында "Красноусол” шифаханаһы эшселәрен эштән-эшкә ташыуҙы уға ышанып тапшырғандар. Марсель тормош юлдашы – Балалар шифаханаһы шәфҡәт туташы Гөлфиә менән 2 ҡыҙ үҫтерәләр. Оҙаҡламай алдынғы водитель алтын юбилейын билдәләйәсәк.
Ҡыҫҡаһы, Фәтҡуллиндарҙың барыһы ла үҙ һөнәре нескәлектәрен төплө белгәнлектән, коллективтарында ла абруй ҡаҙанып, үҙ кешегә әйләнгәндәр, ғаиләләрендә лә ихтирамлы ғаилә башлыҡтары. Улар хаҡында халыҡ араһында ла, етәкселектән дә тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин. Тырыш, намыҫлы хеҙмәттәре етәкселек тарафынан баһаланып, был хаҡта һәр береһенең бихисап Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй.
Барыр юлдарығыҙ ҙа, үтер тормош һуҡмаҡтарығыҙ ҙа һәр саҡ һикәлтәһеҙ, уң булһын, Фәтҡуллиндар!
И.ӘЛИБАЕВА.