Кемдәр улар кесе табындар?
10 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Байтаҡҡа һуңғыраҡ мәғлүмәттәр буйынса, XVIII-XIX быуаттарҙа Кесе Табын волосы биләмәләренә бик киң майҙандар – Көгөш йылғаһынан төньяҡҡа, Еҙем йылғаһынан көньяҡҡа  табан башлыса урмандар йәйрәп ятҡан. Ә Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында волость ҡарамағындағы урман-дала зонаһында, Ҡусҡар һәм Нағаҙаҡ күлдәре буйҙарында Үрге һәм Түбәнге Төкөн ауылдары урынлашҡан. Борондан  унда Кесе Табын ырыуына ҡараған "төкөн” араһы йәшәүе билдәле. Төкөн табындар үҙҙәренең ырыуҙаштарына ҡарағанда айырым бер өҫтөнлөккә эйә булған. Бер арауыҡ (XVIII быуатта) хатта волость "Төкөн-Кесе Табын” тип аталып йөрөтөлгән. Яҙма мәғлүмәттәрҙә тап ошо биләмәләр телгә алына ла инде.
1675 йылда Табын волосы башҡорттары батша Алексей Михайловичҡа ярлыҡау һорап мөрәжәғәт итә. Был тексты һүҙмә-һүҙ тәҡдим итмәксемен:
"Царю, Государю и Великому князу Алексею Михайловичу Всеа Великие и Малые и Белые Росии Самодержавцу. Бьют челом и являют холопи твои, Уфинскова уезду Ногайские дороги Табынские волости ясачные башкирцы Тюкулко Ялдяков и Путнячко Ураскильдеев с товарищи десять человек тое ж дороги Табынской же волости на башкирца на Телева Янбахтина; в прошлых, Государь, в старех годех, владели, Государь, прадеды наши и прадедов деды при басурманских царех вотчиною бортным ухожеем и всякими зверовыми ловлями и рыбными угодьи озером Кашкарем и около озера Кушкаря аремами и вверх по Белой реке аремами до Меркецкие вотчины Култяку аремою, да озером Нагад(ак)ом. А после, Государь, прадед и отцов своих тою вотчиною владеем мы, холопи твои, и по число, и в той вотчиной тамги на бортях и дельные деревья (пригодные для изготовления бортей – В. К.) дедов, и прадедов  и наши, холопей твоих, на иных родов в той вотчине и дельных деревей нет и на деревых тамог, потому что тою вотчиною кроме нас, холопей твоих, нихто не владал; а ныне, Государь, бьют челом тебе, Великому Государю, и в ту нашу старинную вотчину и вступаетца напрасно он, Телев, и называет своею, и хочет нас учинить без вотчины.
Милосердый Государь царь и Великий княз Алексей Михайлович, Всеа Великая и Малыя и Белыя России Самодержавец, пожалуй нас, холопей своих, вели, Государь, се наше челобитье на явку записать.
Царь, Государь, смилуйся, пожалуй.”
Ул осорҙа барлыҡ ярлыҡау хаттары ла ошондайыраҡ типта яҙылған. Текста яҙылғандарҙан түбәндәгесә һығымта яһарға була. Ярлыҡау хатынан күренеүенсә, Төкөн Йәлдәков исеме беренсе тора. Был инде уның кесе табындарҙың башлығы булыуы хаҡында һөйләй. Бөгөнгө Төкөн ауылдары нәҡ уның исеме менән аталғандыр. Хатта телгә алынған икенсе бер кеше – Путнячко (сәйер исем) Ырыҫкилдиев 1662 йылдағы документта телгә алынған Ырыҫкилде Көсөковтың улы булһа кәрәк. Тап ул сиктәрҙе билдәләүҙә ҡатнаша. Йәғни был ерҙәр Ырыҫкилденеке булған кеүек, Төкөндөң дә аҫаба ерҙәре булып тора. Тимәк, Төкөндөң Ағиҙел йылғаһының Нағаҙаҡ күлдәре буйындағы һул яҡ ярындағы ерҙәргә лә, Көгөш йылғаһы буйындағы уң яҡ ярҙағы ерҙәргә лә аҫабалыҡ хоҡуғы булған. Шуныһын да
айырым һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәктер, хатта яҙылғанса, уларҙың ата-олатайҙарының олаталары ("прадеды наши и прадедов деды”) был ерҙәргә хужа булған тиелә. Был инде төкөн табындарҙың бик боронғо халыҡ икәнлеген иҫбатлай һәм улар сығышы менән төбәктең боронғо халҡы булған уғыр-мадъяр тоҡомло Кесе ырыуы төркөмөнә барып тоташа.
Ер мәсьәләһенә бәйле низағта  төп дәғүәсе булып быға тиклем билдәһеҙ булған Теләү Янбахтин сығыш яһай. Уның ике туғаны - Малай Янбахтин менән Янбахты Янбахтин да телгә алына. Был өс бер туған документтарҙа Табын, Күрпәс Табын волосы башҡорттары итеп күрһәтелһә лә, уларҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы билдәһеҙ. Ярлыҡау һорап яҙылған хаттың һөҙөмтәһе булмаһа ла, шуныһы билдәле: Теләү Янбахтин үҙ маҡсатына ирешә - Төкөндө аҫабалыҡ ерҙәренән мәхрүм итә. Йәғни төкөн башҡорттары әүәлгесә Еҙем һәм Көгөш йылғалары араһындағы ерҙәргә дәғүә итә алмай башлайҙар. Әммә Төкөндөң Ҡусҡар һәм Нағаҙаҡ күлдәре буйындағы ерҙәренән башҡа Көгөш йылғаһының уң яҡ ярынан Оло Төлкәҫ йылғаһына тиклем ерҙәргә аҫабалығын һаҡлап ҡала. Уның ерҙәре Көгөш йылғаһының үрге ағымына табан киң һыҙат булып һуҙыла. Был биләмәләр уға ҡайҙан килеп эләккән, тигән урынлы һорау килеп тыуа. Моғайын да был ерҙәр шул Теләү Янбахтиндыҡы булғандыр тип фаразларға мөмкин. Шуларға өҫтәп ул Нағаҙаҡ һәм Ҡусҡар күлдәре буйындағы биләмәләргә лә дәғүә итә башлаған һәм мораҙына ирешкән, был ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғы алған. Бөгөн уның вариҫтары, моғайын, Үрге һәм Түбәнге Төкөн ауылдарында йәшәй тип күҙалларға була. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, улар быуаттар һуҙымында Кесе Табын волосына ҡарағандар һәм айырым статус менән файҙаланғандар. Төкөн башҡорттары волость ҡарамағындағы ырыуҙаштарын үҙ биләмәләренә индермәгәндәр һәм теге йәки был эште башҡарғанда башҡа ырыуҙаштары менән кәңәшләшеп тормағандар. Мәҫәлән, XVIII быуаттың 90-сы йылдарында Төкөн башҡорттары Көгөш йылғаһы буйындағы үҙ биләмәләрен Богоявлен заводына һатҡандан һуң, башҡа кесе табындар  уларҙың ризалығынан тыш ер һатҡандары өсөн ризаһыҙлыҡ белдереп ҡарағандар. Әммә ҡарттар уларға төкөндәрҙең бер ырыуҙан булһалар ҙа, икенсе "түбә”нән икәнлектәрен иҫтәренә төшөргәндәр. Ҙур булмаған төкөн араһына хужалыҡ эштәре алып барыу өсөн булған ерҙәре лә артығы менән еткән. Төкөндәр үҙ биләмәләренә кесе табындарҙы индермәһәләр ҙә, күршеләш бишул һәм дыуан табындар менән һәйбәт мөнәсәбәттә булғандар. Уларҙы үҙ ерҙәренә лә индергәндәр, улар менән берлектә, уларҙың командаһы составында хәрби походтарҙа ла булғандар. Ә XVIII-XIX быуаттарҙа ер биләмәләрен Генераль межалау (ергә булған хоҡуҡтарын асыҡлау) башланғас, төкөндәр үҙ биләмәләрен дыуан һәм бишулдар менән берлектә аҫабалыҡҡа эйә булараҡ теркәткәндәр.
Виктор КУРМАЕВ,
тарихсы, крайҙы өйрәнеү музейы директоры.
(Башы 32, 38-се һандарҙа, дауамы бар).