Кемдәр улар кесе табындар?
17 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Кесе табындар менән бәхәс осрағында Теләү Янбахтин ниндәй дәлилдәр килтергәндер, беҙгә билдәһеҙ. Ғәҙәттә ундай бәхәсле осраҡтарҙа ниндәйҙер хәл иткес документ ҙур роль уйнаған. Был осраҡта, бәлки, батша грамотаһы булғандыр тип фаразларға була. Ундай документтар ваҡыт уҙыу менән туҙған йәиһә юғалған һәм уларҙы тергеҙеү бик ауырға төшкән. Теләү бик йоғонтоло кеше – Табын волосының йөҙ башы (сотник) булған һәм уның дәрәжәһе старшинаныҡына тиң иҫәпләнгән. Бәлки,  ошо вазифаһы уның файҙаһына ыңғай ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткәндер.
 Нимә генә булыуға ҡарамаҫтан,  кесе табындар Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярындағы киң генә биләмәләргә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалталар. Алда телгә алынған ярлыҡау хаҡындағы хатта 10 кеше телгә алына һәм улар ҙур ғаиләләрҙең башлыҡтары була. Әммә яңы урынға күсенгән саҡта улар ни өсөндөр ауылдың элекке исемен - Төкөндө  һаҡлап алып ҡалғандар, билдәһеҙ. Бәлки, ырыуҙың бер өлөшө аҫаба ерҙәрҙә тороп ҡалып, һуңғараҡ унда ерһеҙ башҡорттарҙы индергәндәрҙер. Бының бик булыуы мөмкин, артабанғы тикшеренеүҙәр быға асыҡлыҡ индерер тип уйлайым.
Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы аҫаба ерҙәргә күсенеүҙәре лә мөмкин. Әммә был ерҙәрҙә Аҡбирҙе менән Байшәкүр вариҫтары йәшәүе мәғлүм. Күрәһең, уларҙы бер аҙ ҡыҫырыҡлағандарҙыр һәм шул сәбәпле Кесе Табын ауылы ла юҡҡа сыҡҡандыр  тип фаразларға була. Әлеге ауылдарҙан ул осорҙа барлыҡҡа килгән Үтәш, Сәйетбаба йәки башҡа берәй ауыл булыуы мөмкин. Күп һанлы Ейәнбирҙе вариҫтарын һыйҙырғанлыҡтан, был ауыл бик ҙур булғандыр.
 Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярынан ысынлап та күсенгәндәрҙерме, аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Әммә  тап ошо мәлдә төкөндәрҙең аҫаба ерҙәренән байтаҡ ҡына халыҡ юҡҡа сыға. Ә уң яҡ ярҙа иһә, киреһенсә, халыҡ байтаҡҡа артып китә һәм һуңғараҡ бында йәшәүселәрҙе кесе табындар булараҡ беләбеҙ.
 Күсенеүселәр общинаһын Бикҡол Бекенин исемле кеше етәкләгән һәм уның исеме XVII быуат мәғлүмәттәрендә байтаҡ урында телгә алына. Бикҡол көс-ғәйрәте ташып торған, ҡыҙыу ҡанлы, ырыуҙаштарының аҫабалыҡ хоҡуғын яҡлауға йәнтәслим көрәшкән кешеләрҙең береһе була. Яҙма сығанаҡтар буйынса уны тап шулай күҙ алдына килтерергә була. Хәл-ваҡиғалар уны шундай холоҡло булырға үҙе үк этәрә тип әйтергә мөмкин. Күсенеүселәр Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында Көгөш йылғаһы буйлап тар ғына һыҙатты үҙҙәренә эләктереүгә өлгәшә. Әммә хужалыҡ алып барыу өсөн был ерҙәр генә аҙ була. Дөрөҫ, һуңғараҡ Бикҡол өҫтәмә бер биләмә – Ҡормантау тауынан Көгөш йылғаһынан төньяҡҡа һуҙылған һыҙатты һатып алыуға өлгәшә. Тик был ерҙәргә тиҙҙән Тоҙ ҡаласығы уҡсылары дәғүә белдерә башлай. Уларҙы айырыу-са Көгөш йылғаһының түбәнге өлөшө ҡыҙыҡһындыра. Документта был хаҡта бына нимә тиелә: "... а вниз по речке Усолке... полянка порозжая, и тое полянку башкирцы Беккул с товарищы называют своею землею. И в...199 (1691) году октября в 21 день... о той спорной земли башкирцы  Беккулку был допрос. А в допросе он, Беккулка, про тое спорную землю сказал, что та де земля их куп-лена, и платят они с тое земли и с вотчины Велеких Государей в казну ясак по 15 куниц да по 3 батмана меду на год, и на той земли поселился он с товарищами 8 дворов". Был мәлдә уҡсыларҙың дәғүәһен туҡтатыр өсөн ошо дәлилдәр етерлек булған һәм йомғаҡлау документында былай тиелә: "... Усольсокого городка стрельцам от тое спорной земли отказано, а велено тою землею против прежнего  из ясаку велено владеть Табынские волости башкирцам Беккулку с товарыщи".
 Бикҡол кемдән ер һатып алыуын аныҡ ҡына күрһәтмәгән һәм беҙ ерҙең элекке хужаһының кем булғанлығын белә алмайбыҙ. Әммә был ерҙе һатыусыларҙың бер туған Янбахтиндар -
Теләү һәм Янбахты булыу ихтималлығы бар.
 1673 йылдың башында Табын волосы тарханы Янбахты Янбахтин батша Алексей Михайловичҡа үҙ биләмәһендә йәшәүсе бобыл Зяникәй Елымовты  башҡорт сословиеһына күсереүҙе һорап үтенес хаты яҙа. Уның белдереүенсә, был кеше борон-борондан яһаҡ түләп килә. Мәҡәләнең башындараҡ был кешенең, йәғни Йәнекәй Илымовтың 1656 йылда Үтәш Туҡтағолов һәм башҡалар менән берлектә Кесе Табын ауылында йәшәүҙәре хаҡында әйтелгән ине. Тимәк, бобыл Зяникәй - Йәнекәй Илымов борондан уның ерендә йәшәгәс, Кесе Табын ауылы ерҙәре Янбахтыныҡы булып сыға. Күрәһең, был ерҙәрҙе Бикҡолға һатҡандан һуң Кесе Табын
ауылы тарҡалғандыр тип фаразларға була. Әлбиттә, әлегә был һорауға аныҡ ҡына яуап табыу мөмкин түгел.
Шуныһы ла бар, Янбахты йәки башҡа кеше үҙ ерен һатҡан мәлдә дәүләт ерҙәрен үҙенекенә ҡушып ебәргән. Был биләмә Ҡормантау тауынан көньяҡҡа, Шауғара (Воскресенка) йылғаһына табан, йәғни әлеге Табын ауылы урынлашҡан ерҙәргә тиклем  һуҙылған була.  Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы Тоҙ сығанаҡтары эргәһендә булған саҡта ер мәсьәләһе күтәрелмәй әле. Ә бына 1690 йылдарҙа уҡсыларҙы Көгөш йылғаһының түбәнге ағымына табан күсергәндән һуң, уҡсылар менән башҡорттар араһында ер буйынса низағтар башлана. Бикҡол һатып алған  ерҙәрҙең бер өлөшө законлаштырылмаған була, күрәһең. 1696-1697 йылдарҙа Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы яңы урында, яҡынса әлеге Табын ауылы тирәһендә төҙөлә. Ошо мәлдән башлап башҡорттар менән уҡсылар араһында ер өсөн талаш башлана. 1696 йылда воевода хакимиәте вәкиле Федор Гладышев был ерҙәрҙе уҡсыларға рәсми рәүештә бүлеп бирә. Әммә Бикҡол һәм уның яҡлылар бының менән ризалашма-
йынса ерҙәрҙең үҙҙәренеке икәнлеген иҫбатлап, ерҙе һатып алғанлыҡтарын белдерәләр. Күрәһең, ер һатҡанда уны алдағандарҙыр. Ә һуңынан инде низағтар башлана. 1698 йылдың йәйендә уҡсылар ялыу менән мөрәжәғәт итәләр. "А ныне он, Беккулко с товарищи, приезжая на ту землю... и нас, холопей твоих, бьет насмерть ...в нашей даче в сенных покосах кочует...",- тип яҙа улар. Алданыуын аңлаған Бикҡол уҡсыларҙан ошолай үс алғандыр. Көтөүлектәр өсөн уның башҡа ерҙәре лә булмағандыр.
 Әммә уҡсылар үҙҙәренә атап бирелгән ерҙәр менән сикләнеп ҡалмағандар. Һөрөнтө ерҙәр ҡаласыҡ эргәһендә лә етерлек булған. Ә бына һунарға, балыҡҡа сыҡҡанда улар әленән-әле  аҫаба башҡорт ерҙәренә лә ҡул һуҙған. Китеп барған ыңғайға ағастарҙы киҫеү, солоҡтарҙы туҙҙырып балын  алып китеү ғәҙәти күренешкә әүерелгән.
Виктор КУРМАЕВ,
тарихсы, крайҙы өйрәнеү музейы директоры.
(Башы 32, 38, 41-се һандарҙа, дауамы бар).