Йыл һөҙөмтәләренә арналды
22 февраля 2017 йыл | Йәмғиәт

Таҙа һауа – төп хәстәрлек
Коллегия ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәрхәт Самедов, муниципаль хакимиәт башлыҡтары, предприятиелар етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Уның барышында министрлыҡтың уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдағы көндәргә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде. Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында республикалағы экологик хәлдең тотороҡло булыуын, алға китеш барлығын әйтте.
- Автомобиль транспортының көндән-көн артыуына ҡарамаҫтан, иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе – һулар һауаның бысраныу индексы кәмеүе күҙәтелә. Сәнәғәт предприятиеларының күпселегендә таҙартыу ҡоролмалары ышаныслы эшләй. Тәбиғәтте һаҡлауға тейешенсә иғтибар бирелеүе, контроль һәм күҙәтеүҙең тейешле кимәлдә булыуы ыңғай күренеш. Республикалағы экологик проблемаларҙы бар йәмғиәт һәм ошо өлкәләге белгестәр менән берлектә эшләгәндә генә хәл итәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Зәки улы. Билдәле бер урынға бәйле экологик мәсьәләләргә – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү, сәнәғәт предприятиеларының ҡалдыҡтары, техноген авариялар хәүефе, заманса технологияларҙың тулыһынса индерелеп бөтмәүе һәм башҡаларға ла туҡталды республика Башлығы. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, күп проблемаларҙың сиселеше уларҙың эшкә һәләтлелегенән, намыҫынан, эште ойоштора белеүенән тора, тине.
- Һеҙ шулай уҡ йәмғиәттәге тотороҡлолоҡ өсөн дә яуап бирәһегеҙ. Сөнки тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡағылышлы хәлдең бар халыҡты ла борсоуын, быға бер кемдең дә битараф булмауын яҡшы беләбеҙ. Һеҙҙең эшмәкәрлеккә граждандарҙың физик сәләмәтлеге генә түгел, эмоциональ торошо ла туранан-тура бәйле. Алда башҡараһы эштәр бик күп. Хәүефле, киҫкен хәлдәрҙе яйлау өҫтөндә бергәләп эшләйек, - тине Рөстәм Хәмитов.
Ярҙамға - яңы структура
Ултырышта шулай уҡ министрлыҡҡа ярҙамға яңы хеҙмәт – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙарын йәлеп итеү, Рәсәй Тәбиғәт министрлығында ошо хаҡта бойороҡ проекты әҙерләнеүе тураһында һүҙ булды. Был яңылыҡтың төп маҡсаты – халыҡ экологик контроле булдырыу, кешеләрҙе ошо өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауҙа һәм булдырмауҙа ҡатнашырға өндәү. Документҡа ярашлы, йәмәғәт инспекторҙары дәүләт күҙәтеү органдарына ҡануниәт талаптарының теүәл үтәлеүен контролдә тоторға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, улар тәбиғи ресурстарҙы рациональ ҡулланыу һәм һаҡлау сараларында ҡатнашырға, мәҫәлән, халыҡта экологик мәҙәнилекте үҫтереү йәһәтенән биләмәләрҙе таҙартыу, ағастар ултыртыу һәм башҡа эштәргә йәлеп итә ала. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса инспектор танытмаһын 18 йәшен тулған, юғары йәки урта һөнәри белемле, үҙ ирке менән түләүһеҙ ярҙам итергә теләге булған һәр Рәсәй гражданы алырға мөмкин. Республикала бындай йәмәғәт эшмәкәрлегенә миҫал да бар – производство һунарсылыҡ күҙәтеүе. Ике йыл эсендә ошо йүнәлештә эшләүсе 200 кеше таныҡлыҡ алған.
Республикала һунарсылыҡты контролдә тотоусы 38 дәүләт инспекторы бар. Уларҙың һәр береһенә 1,5 меңдән ашыу һунарсы тура килә. Шуға күрә йәмәғәт инспекторҙары уларҙың эшен күпкә еңелләштереүе билдәләп үтелде ултырышта.
Г. Сираева.