Кемдәр улар кесе табындар?
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

"Браконьерҙар” отставкалағы уҡсы Федька Мигунов һәм уның улы Спирька Фомичев һәм уларҙың ярҙамсыһы Куприяшка Поликарпов булып сыға. Уларҙың белдереүенсә, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе балыҡ тотоу өсөн  ҡуртымға алғандар. Уларға Ҡыуғанаҡ тамағынан Көгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынына тиклемге ерҙәр ҡуртымға бирелгән булған һәм улар башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә яңылыш килеп сығыуҙарын белдерәләр. Хоҡуҡ боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырыла, балыҡтары тартып алына һәм шуның менән был ваҡиға тамамлана.
 Ярлыҡау хаты байтаҡ ҡына һорауҙарға яуап эҙләргә этәргес бирә. Әммә был һорауҙарға әлегә яуап табыуы ҡыйын. Мәҫәлән, Мишәр (бәлки, Мәсер) ауылы ҡайҙа урынлашҡан булған? Был ауыл исеме төбәккә мишәрҙәр килеүе менән бәйлеме, йә булмаһа был ауыл кеше исемен йөрөткәнме? Тик шуныһы ғына билдәле, был ауыл беҙҙең төбәктә һәм Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан булған.
 Аҡбирҙе менән Ейәнбирҙенең тоҡомо - Илсеғол Илсебаев та үҙ проб-лемаларын ярлыҡау хаты яҙып хәл итмәксе була. Мәҫәлән, 1702 йылда  уҡ Апас Ейәнбирҙиев, йәғни Кесе Табын шәжәрәһендә күрһәтелгән Ейәнбирҙе улы Апас хаҡында һүҙ бара. Ярлыҡау хатынан өҙөк килтермәксемен:
"Великому государю царю и Великому князю Петру Алексеевичу...
Бьют челом холопи твои, Уфинского уезду Ногайские дороги Кичи-Табынской волости Апаска Янабердеев с товарищи.
 В вотчине, Государь, нашей вверх по Белой реке под Курманом горою в деревне Сюрнееве держит перевоз иноземского списку Матвей Атасин неведомо по какому указу и от того нам чинитца утеснение великое, а прежде, Государь, сего в том месте перевозов никогда не бывало, потому что через Белую реку ниже и выше того перевозу броды мелкие.
 Милосердный Великий Государь царь и Великий князь Петр Алексеевич... Пожалуй нас, холопей своих, вели, Государь, ево, Матвея, с тово перевозу свести, чтоб нам от того впередь утеснения не было, а преж сего мы в том месте для кочевья и для всяких вестей от воинских людей держали свои лодки и перевозились сами, а перевозных денег никогда никому не платили.
Великий Государь, смилуйся!”
Артабан был ярлыҡау хатында сит ер кешеләре хаҡында һүҙ бара. Ул осорҙа сит ер кешеләре тип сит ил кешеләре аталған. Ул осорҙа Башҡортостан биләмәһендә Польша кешеләре була. Ысынлап та, 1701 йылда Матвей Атасин Ағиҙел йылғаһында кәмә менән сығыу урынын дәүләттән арендаға алып, бының өсөн ҡаҙнаға йылына 10 алтын (йәғни 30 тин) түләргә тейеш була. Билдәле
булыуынса, был осорҙа оҙайлы Төньяҡ һуғышы бара һәм дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн төрлө юлдарға барғандар. Мәҫәлән, шул осорҙа кәмә менән сығыу урынынан башҡа йылғаны аша сығыу тыйылған. Кәмә менән сығарыу өсөн ҙур хаҡ алынмаған. Тик Ҡормантау эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша сығыу урыны иң ҡулайлы урындарҙың береһе булған һәм был тирәнән йылғаны аша сығып йөрөүселәр күп булған. Урындағы халыҡ өсөн был кисеү стратегик әһәмиәткә эйә булған һәм улар үҙҙәренең элекке йөрөгән маршруттарын үҙгәртергә йыйынмағандар. Ә "эшҡыуарҙар” ошонан файҙаланып аҡса эшләргә тырышҡан. Әммә бындай аҡса эшләргә ынтылыуҙан кесе табындар һиҙелерлек зыян күргән. Батшаға ярлыҡау һорап яҙған хаттары ла юҡтан ғына түгел.
Ярлыҡау хаты яуапһыҙ ҡалдырылмай һәм воевода кисеүҙән рус кешеләрен алдыртыуы хаҡында Апасҡа хәбәр еткерә.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, был ярлыҡау хатында Ҡормантау итәгендә быға тиклем яҙма мәғлүмәттә осрамаған Сөрнәй-Сөрмәй ауылы хаҡында һүҙ бара. Әлеге Ҡормантау ауылы ул осорҙа булмаған. Ә әлеге Яугилде ауылының элек Ҡормантау итәгендә урынлашыуы билдәле. Ошо Сөрнәй ауылы кешеләре күсенеп Яугилдегә башланғыс һалманымы икән? Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, әүәлге ярлыҡау хаты яҙыусы Илсеғол Илсекәйев үҙен Күрпәс-Табын ырыуы вәкиле итеп таныта. Ә бына  Апас Ейәнбирҙиев ярлыҡау хатында Кесе-Табын ырыуынан тиелгән. Был инде Апас менән Илсеғолдоң икеһенең ике аранан булыуын тағы ла бер иҫбатлай һәм улар яһаҡты ла айырым түләгәндәр. Апас яңы барлыҡҡа килгән Кесе-Табын өсөн яһаҡ түләһә, Илсеғол иһә Күрпәс-Табын волосы исеменән яһаҡ түләгән. Был уның Ағиҙелдең һул яҡ ярынан күсенеүе хаҡында һөйләй.  Күрпәс табындар тап шул биләмәләрҙә күпләп йәшәгәндәр ҙә инде. Ярлыҡау хатынан күренеүенсә, Апастың да һул яҡ ярҙа көтөүлектәре булыуы билдәле. Күрәһең ул төкөндәр менән килешеп эш иткән. Күренеүенсә, хәл-ваҡиғалар күп осраҡта теге йәки был коллективтың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең нисек булыуына бәйле булған.
Башҡорт халҡының яҙмышын тамырынан үҙгәртерлек XVIII быуат башлана. Был ваҡиғаларҙа Кесе-Табын ырыуы ла хәл иткес роль уйнай һәм ырыу  хаҡында яҙма сығанаҡтар байтаҡҡа күп. Әммә был айырым тикшеренеүҙе талап итә.
Виктор КУРМАЕВ,
тарихсы, крайҙы өйрәнеү музейы директоры.
(Аҙағы. Башы 32, 38, 41, 44,
 47-се һандарҙа).