Сафлыҡ-паклыҡ, хеҙмәт байрамы
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Май айының тәүге көнөн байрам булараҡ ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ һәм уны барыбыҙ ҙа көтөп ала. Ә бына уның ҡайҙа һәм ҡасан байрам ителә башлауын ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле. Шуға ла тарих тәҙрәһенә бағып алыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
1 Майҙы байрам итеү тарихы Америка ҡитғаһына барып тоташа. 1886 йылда Америка эшселәре 8 сәғәтлек эш көнө талап итеп забастовкаға сыға. Ә 1889 йылда II интернационалдың Париж конгресы Чикаго эшселәре иҫтәлегенә 1 Майҙа йыл һайын демонстрация үткәреү хаҡында ҡарар сығара. 1890 йылда инде 1 Май – хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ Австро-Венгрия, Бельгия, Германия, Дания, Испания, Италия, АҠШ, Норвегия, Франция, Швеция һ.б. илдәрҙә билдәләнә. Рәсәй империяһында ла
1 майҙы билдәләү 1890 йылдан башлана. Тәүге йылда Варшава ҡалаһында демонстрация уҙғарыла, 1891 йылда тәүге 1 Май демонстрацияһы Рәсәйҙең баш ҡалаһы Санкт-Петербургта үтә. 1897 йылдан башлап 1 Май демонстрация-лары сәйәси төҫ ала һәм унда батша самодержавиеһына ҡаршы төрлө плакаттар, лозунгылар күтәреп сыға башлайҙар.
1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң 1 Май байрамы тәүге тапҡыр асыҡтан-асыҡ рәүештә уҙғарыла. Йәғни, ҡасып-боҫоп де-монстрация уҙғарыу бөтә. Был хәл 1990 йылға тиклем дауам итә. 1990 йылдың 1 Майында һуңғы тапҡыр рәсми дем-онстрация үтә. 1992 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин 1 Майҙы "Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы” итеп үҙгәртеү хаҡындағы Указға ҡул ҡуя. Ә 1993 йылда Мәскәүҙә тыныс демонстрацияны беренсе тапҡыр милиция менән ҡыуып тараталар.
Бөгөн 1 Майҙы донъяның 142 илендә Хеҙмәт байрамы булараҡ билдәләйҙәр. Австрия, Албания, Аргентина, Болгария, Боливия, Эквадор, Чехия, Хорватия, Италия, Испания, Ҡытай, КХДР, Һиндостан, Чили, Венгрия, Бразилия, Германия, Греция, Белоруссия һ.б. кеүек илдәрҙә 1 май рәсми рәүештә байрам көнө тип иғлан ителгән. Ә бына Япония, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия кеүек илдәр (барлығы 80-гә яҡын) 1 Майҙы байрам итмәй. Мәҫәлән, Японияла Хеҙмәт байрамы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң, йәғни 23 ноябрҙә билдәләнә. Рәсәйҙә иһә
1 Май элеккесә ергә яңы һулыш, сафлыҡ-паклыҡ килеүе, хеҙмәт байрамы кеүек ҡабул ителә.
С.ТИМЕРОВ әҙерләне.