Их, һыу инеүҙәре!
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Алда – Май байрамдары. Биш көнлөк был каникулды  күптәр баҡсала, ихатала эшләп алыуға арнар. Әүҙем ял итергә теләүселәргә лә борсолаһы түгел – йыл әйләнәһенә үҙенә саҡырып торған "Еҙем”ебеҙ – физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәр кем өсөн асыҡ.
Әле бындағы ике бассейн (өлкәндәр һәм балалар өсөн) тулы көсөнә эшләй. Ул күптәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнә бара тиһәк тә була. Шулай булмайса! Таҙа, яҡты бүлмәләрҙә өҫ-башыңды алмаштырып, душта йыуынып алғас, ағым һыуҙы хәтерләтеп, шаулап ағып, зәңгәрләнеп үҙенә тартып торған һыуҙа рәхәтләнеп һыу инеү, йөҙөү, теләһәң эҫе сау-нала ҡыҙынып сығыу кемгә оҡшамаҫ.
Һыуҙың таҙалығын заманса ҡорамалдар тәьмин итә. Бассейндағы һыу бер нисә баҫҡыслы таҙартҡыс аша үтә - һыуҙы таҙартыу цехындағы датчиктар һыу температураһын, таҙартыу ҡорамалдарындағы баҫымды, һыуҙың һелте-әселек балансын көйләүсе матдәләр нисек бирелеүен "күҙәтеп” тора.
Һауыҡтырыу комплексы етәкселеге белдереүенсә, бында санитар нормалар ҡәтғи үтәлә. Билдәләнгән графикка ярашлы, һыуҙан физик-химик анализ (көн һайын үҙ лабораторияларында алына), микробиологик (айына ике тапҡыр), йәнә квартал һайын бассейн стеналары һәм ишек тотҡаларынан эсәк инфекцияһына тикшереүгә анализдар алына. Бынан тыш, бассейн сит илдә етештерелгән робот-саң һурҙырғыс менән  таҙартып торола.
Бына шундай заманса йыһазландырылған ял урыны булыуы районыбыҙ халҡы өсөн ҙур мәртәбә лә, файҙа ла. Әйткәндәй, күрше Стәрлетамаҡ, Ауырғазы райондарынан даими килеүселәр ҙә бар икән.
Байрамдар осоронда һауыҡтырыу комплексы етәкселеге өҫтәмә абонементтар һатыу ойоштора. Шулай уҡ тренерҙарҙы, физик культура буйынса методисты, йыйыштырыусыны эшкә саҡыра. Рәхим итегеҙ!
З.ГӘРӘЙЕВА.