Экологик акцияға әүҙем ҡушылдылар
30 апреля 2013 йыл | Йәмғиәт

Экологик акцияға әүҙем ҡушылдыларЭкологик акцияға әүҙем ҡушылдыларРайон биләмәһендә экологик өмәләр бара. Иң тәүгеләрҙән булып ҙур экологик эште район үҙәге һәм Курорт мәктәптәре уҡыусылары башлап ебәргәйне. Мәктәптәрҙең 6-7-се класс уҡыусылары уҡытыусылары һәм Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Красноусолдың иҫтәлекле урындарын – һәйкәлдәр һәм обелискылар биләмәләрен тәртипкә килтерҙе.
Был сара Балалар ижады үҙәге тарафынан республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан "Изгелексән йөрәктәр” экологик акцияһы, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында өҫтәлмә белем биреү системаһының 95 йыллығы айҡанлы "Минең республикам” акцияһы сиктәрендә ойошторола.
Мәктәптәр был акциялар-ға әүҙем ҡушылды. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары үҙҙәре шефлыҡҡа алған Мәжит Ғафуриға ҡуйылған һәйкәл тирәһен, Красноусолдағы 1-се урта мәктәп уҡыусылары В.И.Ленин һәйкәле биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Ә Курорт мәктәбе уҡыусылары иһә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мәктәп янында ҡуйылған обелиск тирәһен сүп-сарҙан таҙартты.
16 апрелдә Геройҙар Аллеяһы янындағы майҙанда уҙған тантаналы линейкала Балалар ижады үҙәге директоры Ирина Шаульская һәм уның ярҙамсылары булып уҙған акцияларға йомғаҡ яһаны һәм әүҙем мәктәптәрҙе бүләкләп үтте. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Курорт һәм 1-се урта мәктәптәр вымпелдар, Маҡтау грамоталары һәм йондоҙсоҡтар алды. Ә Красноусолдағы 2-се, 3-сө мәктәптәр уҡыусылары иһә ошо көндө Геройҙар Аллеяһы һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған һәйкәлдәр биләмәләрен тәртипкә килтерҙе.
И.АЙҘАРОВА.
И.шаульская (уңда) акцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләй.
Геройҙар Аллеяһы сүп-сарҙан таҙартыла.