Уңыштар теләйем!
28 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәм ветерандар!
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Уттың бик ҡурҡыныс һәм һәләкәт килтереүсе икәнен һәр кем белә. Шуға ла йәшәйешебеҙҙе, кешеләр ғүмерен һәм мөлкәтен хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау һәм янғынды һүндереү, уны булдырмау йәһәтенән һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һәр ҡайһыбыҙҙың именлеген тәьмин итеүгә бағышланған ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Һеҙгә ышанып йөкмәтелгән бурыстарға артабан да яуаплы ҡарарһығыҙ, янғындарҙы иҫкәртеүҙә, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, именлек, хеҙмәт уңыштары, күтәренке кәйеф теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.