“Таланттар планетаһы”
30 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Өфө ҡалаһында "Таланттар планетаһы” проекты сиктәрендә Халыҡ-ара балалар ижады конкурс-фес-    тивале үтте.
Был конкурс йыл һайын илебеҙҙең төрлө ҡалаларында һәм төбәктәрендә үткәрелә. Конкурстың бурысы – РФ төбәктәре, яҡын һәм сит илдәр балалары һәм йәштәрендә конфессия-ара һәм этник татыулыҡты нығытыу, үҫеп килеүсе йәш быуындың мөмкинлектәрен киңәйтеү, сарала ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың етәкселәренең үҙҙәре шөғөлләнгән өлкәләге иң заманса белемдәрҙе ала алыуына юл асыу, милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү. Бәйгене Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары академиктары, профессорҙары, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм мәҙәниәт өлкәһендәге әйҙәүсе эксперттар баһаланы.
Конкурс барған көндәрҙең береһендә беҙҙең район Балалар ижады үҙәгенең "Мода оҫтаханаһы” студияһы (етәксеһе – Л.В.Фокина) Конгресс-холдың Ҙур залы сәхнәһендә үҙҙәре әҙерләгән ике кейем коллекцияһын ҙур тулҡынланыу менән жюри хөкөмөнә сығарҙы (һүрәттә). Өлкән класс уҡыусылары теккән "Апрель. Ябырылыу” коллекцияһы "Сәхнә костюмы”, ә "Хан ҡыҙы” коллекцияһы "Этностиль” номинацияһына тәҡдим ителде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, ике коллекция ла II дәрәжә лауреат Дипломдары һәм кубоктарына, шулай уҡ Халыҡ-ара фестиваль  Сертификаттары һәм иҫтәлекле билдәләренә лайыҡ булды! Ҡыҙҙарыбыҙ шул тиклем юғары кимәлдәге
конкурста тыуған районын лайыҡлы күрһәтә алды. Был еңеү йәнә бер тапҡыр уларҙың Балалар ижады үҙәгендә туплаған белем һәм оҫталығы, һәләт һәм тырышлығы, еңеүгә ынтылышы шундай юғары үрҙәргә алып менә алғанын күрһәтте.
Фестиваль бик яҡшы ойошторолғайны. Унда ҡатнашыу үҙе бер оҫталыҡ мәктәбе булып торҙо. Сәфәребеҙҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә һәм, әлбиттә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәт.
Людмила ФОКИНА,
өҫтәлмә белем биреү
педагогы.