Батыр яуҙа һынала
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡорт халҡының һорауын үтәп, 1941 йылдың 13 ноябрендә, СССР Оборона Комитеты республиканың эске ресурстары иҫәбенә атлы дивизия ойошторорға рөхсәт итте. Был мөһим һәм шатлыҡлы хәбәр бөтә ҡала һәм райондарға йәшен тиҙлегендә таралып өлгөрҙө.
Бына дивизия штабы алдына үҙ аттарына атланған бер төркөм ир-егеттәр килеп туҡтаны. Араларынан урта буйлы, киң күкрәкле, ҡара ҡашлы бер ир алға сығып:
- Беҙ Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауыл Советы, Ибраһим ауылынан. Үҙ теләгебеҙ менән Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт итергә килдек. Баттал Мозафаров, - тип ашыҡмай ғына рапорт бирҙе.
- Колхозда кем булып эшләй инегеҙ? - тип һораным мин унан.
- «Мағаш» колхозы председателе.
- Һеҙ бит брондә булырға тейешһегеҙ.
- Эйе, брондә инем. Ләкин бөтә илебеҙ дошманға ҡаршы һуғышҡанда, тылда ятып нисек түҙәһең?
Шул ваҡыт штабтан дивизия командиры полковник М.Шайморатов килеп сыҡты.
- Был иптәштәр ҡайһы райондан? - тип һораны ул.
- Еҙем-Ҡаран ауыл Советы, Ибраһим ауылынан, - тип яуап бирҙе Баттал.
- Ә-ә, ғафуриҙар, күршеләр икәнһегеҙ. Беҙгә килеп яҡшы иткәнһегеҙ, тимәк, дошманды бергәләп туҡмайбыҙ…
Баттал Мозафаров 262-се полктың пулемет взводына тәғәйенләнде. Ул "максим” пулеметын бик тиҙ үҙләштерҙе, һынау атыуҙарында беренселәр иҫәбендә булды.
...Дивизия дошман менән тәүге тапҡыр 1942 йылдың июлендә Курск өлкәһенең Тербуны районында осрашты. Тәүге һуғыштарҙа  уҡ башҡорт егеттәре үҙҙәрен һынатманы, Мәскәүгә ынтылған дошмандың юлын кәртәләне, уны оборонаға күсергә мәжбүр итте.
Лобановка утары эргәһендәге бер һуғышта полк командиры  Г.Нафиҡов яралана һәм дошман һалдаттары ҡулында ҡала. Пулеметсы Мозафаров иптәштәре менән дошманға ташлана, көслө ут аса. Дошман, үҙенең 125 һалдатын һәм офицерын ҡалдырып,  сигенергә мәжбүр була. Ошо һуғыштан һуң Баттал «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана.
...Һуғыш бер аҙ тынып торған арала һәр эскадронда партия йыйылыштары үткәрелә ине. Баттал хеҙмәт иткән 2-се эскадрон менән пулемет взводы коммунистары ла матур урман аҡланына йыйылды. Полк парторгы, Туймазы районы Түбәнге Сардыҡ ауы-лынан өлкән политрук Ғарифуллин, йыйылышты асып:
- Партия ағзалығына кандидат сержант Баттал Мозафаров үҙен Коммунистар партияһына ағза итеп алыуҙы һорап ғариза бирҙе. Ниндәй тәҡдимдәр бар? - тине.
Полк батареяһы командиры өлкән лейтенант Хәмзә Ғиниәтуллин (әле Салауатта йәшәй) һүҙ ала:
- Сержант Мозафаров үҙен ҙур патриот, оҫта һуғышсы, актив пропагандист итеп күрһәтте. Уҙған ике һуғышта ғына ул  57 фашисты  дөмөктөрҙө, командирын ҡотҡарыу өсөн ут эсенә ташланды. Мин уны партия ағзаһы итеп алырға тәҡдим итәм, - тине.
Башҡалар ҙа уның тәҡдименә ҡушылды. Был 1942 йылдың 28 июлендә булды. Баттал Мозафаров иптәштәре алдында һынатмаҫҡа, йәнен аямай һуғышырға, партияға тоғро булырға һүҙ бирҙе. Ул үҙ һүҙендә торҙо ла.
Дивизия бер аҙҙан Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыш яланына күсерелде. Ул Красный Яр, Чернушки, Морозовск ҡалалары өсөн һуғыш алып барҙы.
Фашистар, Красный Ярҙы ҡамап алып, беҙгә ҡаршы көслө контратака башланы. 31 декабргә ҡаршы төндә бер төркөм разведчиктар һәм үҙ пулеметы менән Мозафаров, төндөң ҡараңғы һәм буранлы булыуынан файҙаланып,  дошман тылына үтеп инде. Төнгө сәғәт 2-ләр самаһында улар тылдан дошманға көслө ут асты. Ҡаушап ҡалған фашистар ҡаланан сигенә башланы. Ошонан файҙаланып, беҙҙең төп көстәр һөжүмгә күсте һәм ҡаланы дошмандан таҙартты. Дошман бында  үҙенең 240 һалдат һәм офицерын, 6 пушкаһы һәм 4 пулеметын, 3 аҙыҡ-түлек һәм бер ҡорал складын юғалтты. Дошмандың өс генералы, 76 һалдаты һәм офицеры пленға алынды.
Дивизияға артабан Морозовскиға һөжүм итеү өсөн юл асылды.
1 ғинуар көндө генерал М.Шайморатов батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға Совет хөкүмәте исеменән орден һәм миҙалдар тапшырҙы. Мозафаровтың киң күкрәгенә Ҡыҙыл Йондоҙ орденын беркеткәс, ул:
- Рәхмәт, яҡташ! - тип уның ҡулын ҡыҫты.
Сержант Мозафаров бынан һуңғы һуғыштарҙа ла күп батырлыҡтар күрһәтте. Уның оло йөрәкле яугир икәнлеге 1943 йылдың февраль айында, дошман тылына тәрән рейд яһаған саҡта, айырыуса асыҡ күренде.
Дебальцево менән Сталино араһындағы тимер юлды оҙаҡ ваҡытҡа өҙөргә кәрәк ине, сөнки ул дошмандың Кавказ һәм Ҡырым фронттарына өҫтәмә көс һәм ҡорал ташыу өсөн берҙән-бер юл ине. Шуға күрә фашистарҙың Манштейн армияһы был юлды ныҡ һаҡланы, тирә-яҡтағы ағастарҙы ҡырҡып, утарҙарҙы яндырып бөткәйне.
13 февралдә саперҙарға бер үк ваҡытта ике күперҙе шартлатыу бурысы йөкмәтелде. Уларҙы һаҡларға үҙенең батырлығы менән дан алған пулеметсы Баттал Мо-зафаров ебәрелде. Төндә бер үк ваҡытта ике урында көслө шартлау яңғыраны. Оҙаҡ та үтмәй, шул яҡта көслө атыш башланды. Бер аҙ ваҡыт үткәс, саперҙар әйләнеп ҡайтты. Ләкин Баттал һәм уның иптәше, икенсе номер П.Якунин улар менән юҡ ине. Дошман яғында атышыу һаман дауам итә. Был хәл генералды борсоуға һалды. Ул Батталдарға ярҙамға разведчиктар ебәрергә бойороҡ бирҙе.
Бына әкрен генә таң атып килә. Беҙ штаб траншеяһында Батталдарҙы көтәбеҙ. Тиҙҙән беҙгә Батталдың көр тауышы ишетелде: «Сусҡалар, беҙҙе уратып алырға ашыға-ашыға киләләр. «Рус, хальт!» - тип ҡысҡырыналар. Мин атырға ашыҡмайым, уңайлы мәл көтәм. Улар яҡынлашҡас, ут астым. Ҡалғандары шунда уҡ дөмөктө, ә бына быныһы ҡасырға маташты. Үҙе, сусҡа, артыҡ ауыр, ике аяғы ла ҡаты яралы. Шул арала һеҙ килеп еттегеҙ», - тип, разведчиктарға һөйләй-һөйлөй, ҡайтып килә ул, әйтерһең дә әле генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашмаған.
Генерал, уларҙың «тел» алып ҡайтыуын күреп, Мозафаровты, Якунинды һәм күперҙәрҙе шартлатыуҙа ҡатнашҡан саперҙарҙы ордендар менән наградлау өсөн документтар әҙерләргә ҡушты.
Февраль айы беҙгә ҙур еңеүҙәр һәм шатлыҡтар алып килде. Ворошиловград дошмандан азат ителде. Шул уңай менән беҙгә 16-сы гвардия дивизияһы исеме бирелде. 262-се полк 60-сы гвардия кавалерия полкы исемен алды.
22 февралдә дивизия өсөн ауыр көндәр башланды. Яугирҙарға аҙыҡ-түлек, аттарға фураж бөттө, боеприпастар наҡыҫланды.
Дивизия, үҙ алдына ҡуйылған aуыp һәм яуаплы бурысты тулыһынса үтәп, оло ергә ҡайтыу өсөн ауыр юлға сыҡты. Тәрән ҡар ярып, дошман менән һуғыша-һуғыша, төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итәбеҙ. Васильевка, Артем утарҙарын дошмандан азат иттек. Алда тағы ла Юлино I, Юлино II, Штыревка һәм Формандеровка утарҙары бар. Хәҙергә улар фашистар ҡулында.
Мин оҙон булып һуҙылып киткән эскадрондарҙы барлап үткәндә, пар саңғы өҫтөндәге «максимка»һын һөйрәп барған Мозафаровҡа тап булдым. Уның менән бер аҙ һөйләшеп, Васильевка утары өсөн барған һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн рәхмәт әйттем.
- Был фашист эттәрен тиҙерәк ҡыйратып, өйгә ҡайтырға ине. Унда улым Динислам бик бәләкәй әле. Уны ысын кеше итеп үҫтерге килә, - тине ул.
Шунан минең яралы атты күреп:
- Комиссар иптәш, атығыҙ яралы бит, һеҙгә өҙлөкһөҙ бер полктан икенсеһенә йөрөргә тура килә, бына минең атты алығыҙ. Ул бик аҡыллы хайуан, һеҙгә тоғро хеҙмәт итер, - тип атының теҙгенен миңә һуҙҙы. Аты уның һүҙҙәрен аңлағандай, башын хужаһының иңенә һалып торҙо.
Мин үҙ атымды уға ҡалдырҙым да Юлино I утарына табан сабып киттем. Унда көслө һуғыш бара ине. Беҙ утарҙы фашистарҙан азат иттек, Юлино II утарына табан һөжүм башланыҡ.  Шунда эскадрон парторгы Сираж Багаев миңә батырҙарса һәләк булған иптәштәрҙең партбилеттарын тапшырҙы. Уларҙың береһе Ватаныбыҙҙың тоғро улы Баттал Мозафаровтың билеты ине. Беҙ уны, башҡаларҙы Формандеровка утары эргәһендәге ҡалҡыулыҡҡа ерләнек.
Хәҙерге көндә уларҙың ҡәбере матур сәскәләр менән биҙәлгән. Йәш пионерҙар унда килеп, улар кеүек батыр булырға ант итәләр, ҡыҙыл галстук тағалар.
Һуғыш бөтөп, күп йылдар үткәс, мин Мозафаровтың улы Динисламдың М.Ғафури исемендәге колхозда председатель булып эшләүен белдем. Был беҙҙең кеүек һуғыш ветерандары өсөн ҙур шатлыҡ. Тимәк, партиябыҙ, дәүләтебеҙ уға дөрөҫ тәрбиә биргән. Батыр һалдаттың һуңғы теләге үтәлгән, уның улы халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итерлек кеше булып үҫкән. Беҙ уның атаһы Баттал кеүек батыр, оло йөрәкле патриот булыуын теләйбеҙ.
Сабир ҠАДИРОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары.