Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
23 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!
Барығыҙҙы ла мосолмандарҙың изге байрамы – Ураҙа ғәйете менән тәбрикләйем.
Изге Рамаҙан айында йөҙҙәрсә мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ураҙа тотоп, күңелен нурландырҙы, тәнендә сәләмәтлек, йәндәрендә рухи камиллыҡ тәрбиәләне. Был изге айҙа күптәр насар ғәҙәттәренән арынып, иман юлына баҫты. Мөбәрәк Ураҙа ғәйете көнөндә һәр кемдең күңелен изге уйҙар яҡтыртһын, үҙ-ара татыулыҡ, изгелеклелек, пак ғәмәлдәр нигеҙ итеп алынһын. Һәр кем әхлаҡи таҙалыҡҡа, миһырбанлыҡҡа ынтылһын, һау-сәләмәт булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.