Ауылымдың үткәне һәм бөгөнгөһө
30 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Ауылыбыҙҙан фронтҡа 156 кеше китә. Шуларҙың 66-һы ғына тыуған еренә әйләнеп ҡайта, 90 ауылдашыбыҙ яу ҡырында башын һала, ә ситтән һуғышҡа киткән ауылдаштарыбыҙ күпме икән?
Тылдағы бөтә ауырлыҡ бала-саға һәм ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. Үҙҙәре ас-яланғас килеш, улар көндө төнгә ялғап, баҫыуҙарҙа эшләйҙәр, кистәрен ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп фронтҡа ебәрәләр. Өйҙәргә Ленинградтан, Мәскәүҙән эвакуацияланғандарҙы бүлеп бирәләр. Ауыл халҡы менән бергә уларҙың күбеһе аслыҡтан үлә.
Көн һайын килеп торған "ҡара ҡағыҙҙар” халыҡтың бәғеренә тейә. Ҡәһәрле һуғыш йәп-йәш егеттәрҙең, һөлөктәй ирҙәрҙең ғүмерҙәрен аяуһыҙ өҙә. Ул йылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың сабырлығына, сыҙамлығына хайран ҡалаһың. Күптәре ғаиләләренән бер нисә кешене юғалта. Шәмсениса Кәлимуллина һуғышта ирен һәм 3 балаһын, Рәхимә апай Ишморатова ирен һәм ике ағаһын, Ғәлимә Йәнбәкова өс ағаһын юғалта. Ә ниндәй егеттәр булалар улар. Эшкә лә оҫта, күптәре гармунсы.
1945 йылдың Еңеү шатлығын ауылға беренсе булып Хөснөтдин Кәлимуллин алып ҡайта. Ләкин бындай шатлыҡ һәр кемгә лә эләкмәй.
Бөйөк Ватан һуғышы ауылыбыҙ батырҙарын да күрһәтте. Ауылдашыбыҙ Хөснулла Нәжәр улы Йәркәев (Яркалов Алексей Назарович) Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булырлыҡ. Дан ордендарының тулы кавалеры була. Уның тураһында Интернет аша танышырға мөмкин. Ғибаҙулла Йәнешев – подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәхиулла Йәнешев летчик була, һуңынан ул Ҡытайҙа, Монголияла хәрби операцияларҙа ҡатнаша, шул илдәрҙең юғары наградалары менән бүләкләнә.
Был исемлекте дауам итергә булыр ине, тағын шуны әйтке килә, һуғышта ауылдан бер ҡатын-ҡыҙ  ҡатнаша. Ул – Һәҙиә Йәнбәкова, һуңынан ситкә сығып китә. Ике ауылдашыбыҙ - Ғатаулла Мәҡсүтов һәм Заһиҙулла Ишморатов Шайморатов дивизияһында, Йәһүҙә Мәҡсүтов һәм Шәрифулла Ҡотлозаманов ағайҙар бергә Идрица дивизияһында ҡатнаша. Улар тураһында мәғлүмәттәр 3 мәктәптең Дан музейында һаҡлана.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла һынатмай ауылдаштарыбыҙ. Һәр урында улар тырышып эшләйҙәр һәм хеҙмәт батырлығы өлгөһө күрһәтәләр. Ә эш урындары ул ваҡытта байтаҡ булған. Һыйыр, һарыҡ, төлкө, тауыҡ фермалары, кирбес заводы, умарталыҡ, игенселек. Ҙур уңыштары өсөн күп ауылдаштарыбыҙ ВДНХ-ның миҙалдары менән бүләкләнә. Механизатор Барый Йәнбәков "БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы” исеменә лайыҡ була. Рәшит Йәркәев III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, Фәнис Мәҡсүтов ВДНХ-ның бронза миҙалы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Фәнис Кәлимуллин III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Ауылдашыбыҙ Кәшфулла Сәмиғулла улы Йәнешев 30 меңселәр рәтендә Яңғыҙҡайынға ебәрелә, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләй,
район башҡарма комитеты составында тора һәм һуғыш ветераны булараҡ I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә, ә хеҙмәттәге батырлыҡтары өсөн Почет орденына лайыҡ була.
60-сы йылдарҙа ауылыбыҙҙа яңы мәктәп төҙөлә һәм уның директоры булып оҙаҡ йылдар Хөсәйен Хәсән улы Сатлыҡов эшләй. Был йылдарҙа Мәрүә апай һәм Ситдыҡ ағай Мәҡсүтовтар, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Р.Р.Сатлыҡова, Мөхәммәт ағай Кәлимуллиндар тырышып балаларға белем бирә. Ә инде Ленин орденлы уҡытыусы Мәрхәбә апайҙың да беҙҙең мәктәптән булыуы уға мәртәбә  өҫтәй.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар Менәүәрә апай Ғәбиҙуллина бөтә тырышлығын биреп эшләп, фельдшер-акушерлыҡ пунктын районда алдынғылар рәтендә тота.
Ауылыбыҙ күп йылдар миллионер колхоз булған "Победа” колхозының үҙәге булып торҙо.  Колхоз көсө менән районда бер булған мәҙәниәт йорто төҙөлдө һәм колхоз ярҙамы менән ул йыһазландырылып, костюмдар менән тәьмин ителде. Шуға күрә лә райондың күп саралары беҙҙең ауылда үтте, колхоз иҫәбенә мәктәп төҙөлдө. Әлбиттә, бында председателебеҙ Рәшит Йомағужин ағайҙың да хеҙмәте ҙур булды.
1980 йылдарҙа ауылдашыбыҙ Фәнис Ибраһим улы Ишморатов Ауыл хужалығы институтының механика бүлеген тамамлағандан һуң ауылға эшкә ҡайтып, 26 йәшлек кенә йәш егетте колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Ауылдың социаль-көнкүреш йөҙөн үҙгәртеүҙә уның роле ҙур булды. Ҡыҫҡа ғына рәйеслек эше ваҡытында ул ауыл өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы. Халыҡ өсөн иң мөһим булған һыу үткәртте, юлдар күтәртелде, белгестәргә фатир төҙөлдө, армиянан ҡайтҡан йәштәргә ярҙам күрһәтелде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге сәйәсәт беҙҙең ауылдарыбыҙға ла килеп етте. Колхоз бөтөү менән эш урындары кәмене, күптәр өмөтһөҙлөккә төштө, битарафлыҡ барлыҡҡа килде.
Бына ауылыбыҙҙың егете Ауыл  хужалығы институтының механика факультетын тамамлап, инженер һөнәрен алған Юнир Зиннур улы Әхмәров ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй башлағас, кешеләрҙә өмөт сатҡылары уянды. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп эштәр эшләтеп, ауылдың йөҙөн бер аҙ булһа ла яҡшыға үҙгәртте. Мәсет төҙөлдө, клубтың тирә-яғы төҙөкләндерелде, ауыл эсендәге юлдарға таш түшәлде. Йәш хужаға ауылдаштар ҙа, ситтәгеләре лә ярҙам итеп торһа, уға ла эшләүе еңелерәк булыр ине. Булдыҡлы ир көсө менән түгел, эше менән данлы тигән һүҙҙәр тап уның кеүектәргә тура килә лә.
Ленин орденлы Мәрхәбә апай Кәлимуллина, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Әкрәм Йәнешев, Рәйфә Ишморатова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Ишморатов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүселәре Флүр Әнүәр улы Ишморатов, Рауил Зәки улы Мәүлетов, алдынғы нефтсе, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Әнүәр Ишморатов, яҙыусы һәм журналист Әмир Ҡотлозаманов һәм башҡаларҙы биргән ауылыбыҙ бөгөн дә заман ауырлыҡтарына бирешмәйсә йәшәп ята. Ауылда бөгөн 170 йортта 460 кеше йәшәй. Мәктәп, фельдшерлыҡ пункты, элемтә бүлеге, АТС, клуб эшләй. Элекке менән сағыштырғанда тормош социаль яҡтан күпкә яҡшыра, күп йорттарға газ кергән, кабель телевидениеһы, телефон селтәре, интернет, һәр ихатала еңел машина. Ауылдан Красноусолға һәм Стәрлетамаҡҡа автобус йөрөй. Ауылдаштарыбыҙ өсөн пекарня эшләй. Ауылыбыҙҙың данын йыраҡтарға таратыусы "Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән-фермер хужалығын да ауылдашыбыҙ Шамил Сатлыҡов үҙенең ҡыҙҙары-кейәүҙәре менән ойоштороп ебәрҙе.
Йәй етеү менән йәшеллеккә төрөнөп, сәскәләргә күмелеп, төҙөк йорттары менән балҡып ултырған ауылыбыҙ киләсәктә лә йәшәр, үҫер тип ышанғы килә.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.
(Аҙағы. Башы 50, 51-се һандарҙа).