“Имәнкәй”ҙә иҫтәлекле осрашыу
30 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

21 июндә район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова етәкселегендә ойошма ағзаларынан бер төркөм дәүләт хеҙмәте ветерандары һәм ауыл ветерандар ойошмаһы рәйестәре "Имәнкәй” балаларҙы һауыҡтырыу спорт-туристик лагерына сәйәхәт ҡылды. Бында ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алдылар. Улар ял итеүсе балалар менән осрашты. Ҡунаҡтарҙы лагерь тормошо менән директор Инна Алевтиновна Цыбина таныштырып, оҙатып йөрөнө. Тәүге сменала 130 бала ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта. Осрашыу Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 76 йыллығы сиктәрендә үтте.
Сарала ҡатнашыусылар башта балалар йәшәгән корпустарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡты. Араларында "Имәнкәй” лагерының элекке директоры, оҙаҡ йылдар "Миләшкәй” балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Роза Вәли ҡыҙы Чушкина ла бар ине. Ул бында башта өлкән вожатый, артабан 14 йыл директор йөгөн тартҡан. Ошолар хаҡында балаларға ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Олпат йәштәге ветерандар араһында ҡайһылары бала саҡ хәтирәләренә бирелеп, үҙҙәре бында ял иткән мәлдәрен иҫтәренә төшөрҙө. Ул замандарҙа пионер лагеры биналарҙан түгел, ә бер нисә палатканан торған, береһендә - ҡыҙҙар, икенсеһендә малайҙар йәшәгән. Ашхана ла  асыҡ һауала, япма аҫтында бер оҙон өҫтәлдән һәм эскәмйәләрҙән торған.  Һуңынан йылдар үткәс, Красноусол быяла заводы үҙ эшселәренең балалары өсөн лагерҙа  корпус-тар төҙөткән.
Тәүге смена тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалыуға ҡарамаҫтан, лагерҙа тормош ҡайнай. Кемдәрҙер һүрәт төшөрә, спорт һөйөүселәр майҙансыҡта футбол уйнай, ә йыр-моңға, бейеүгә оҫталар, шиғри күңеллеләр  иһә ҡунаҡтарға концерт номерҙары аша үҙ һәләттәрен күрһәтте. Балаларҙың сығышында һуғыш, Еңеү темаһы сағылыш тапты.
Артабан һүҙ ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә - һуғыш балаларына бирелде. Роза Чушкина күңелдең нескә ҡылдарына ҡағылырлыҡ сығыштары, иҫтәлекле осрашыу өсөн балаларға рәхмәтен белдерҙе һәм һуғыштың әсе-сөсөһө хаҡында бәйән итте. Һуғышҡа киткән атаһының пленға эләгеп, һыңар аяҡ менән генә ҡайтыуын, әсәһен юғалтыуын (уны бер нисә йыл элек кенә эҙләп таба), ағаһы менән балалар йортона эләгеүҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләне.  Валентин Суслов иһә һуғышта ҡатнашҡан, араларында хәрби кешеләр булған туғандарын барланы, үҙе менән уларҙың фотоһүрәттәрен дә килтергән. Олатаһының 9 балаһы булып, ул үҙе (ике һуғышта булған) һәм  5 улы ла (улар иҫәбендә атаһы ла бар, ҡалғандары ҡыҙҙар) һуғышта ҡатнашҡан. 22 ейәне, бүләренең 4-һе – офицер, 4-һе полковник дәрәжәһендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ үҫеп килгән йәш быуынға олатай-ҡартолатайҙары хаҡында күберәк белергә һәм егеттәргә Тыуған илде һаҡлау тигән изге бурысты үтәргә әҙерләнергә саҡырҙы. Римма Нафиҡова атаһының һуғыштағы булған ҡыҙыҡлы мәлдәрен һөйләп, көлдөрөп тә алды. Тамара Татарченко ла десантсы булып һуғыш юлы үткән атаһының иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Үтәк ауылынан Әнүәр Арыҫланов осрашыуҙың Ураҙа байрамы менән тура килеүе икеләтә иҫтәлекле булы-уын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Халыҡ азатлығы өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең урыны йәннәттә, бөгөн беҙ уларҙы иҫкә төшөрәбеҙ икән, тимәк, рухтарын шатландырабыҙ. Илебеҙ тыныс, ошондай бәхетле, шатлыҡлы осрашыуҙар йышыраҡ булһын, тигән теләген белдерҙе.
Осрашыуҙы ойоштороусы район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова матур, иҫтәлекле сараны йомғаҡлап, балаларға рәхмәтен белдерҙе һәм ялдарында, уҡыуҙарында уңыштар, үҙҙәренең һәм ата-әсәләренең иҫән-һау булыуҙарын теләне. Ә балалар осрашыу иҫтәлеге итеп өлкәндәргә үҙҙәре әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙы. Һәм сара  сәй эсеү менән тамамланды.
Индира ИШКИНА.