Гөрләп торҙо Баҡшай яланы
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Былтыр республикала беренсе тапҡыр ғорур Уҡлыҡая итәгендә үткән  "Мәргән уҡсы” традицион уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара фестивалдең сираттағыһы 13-14 июлдә Учалы ерлегендә булды.
Тәбиғәттең иҫ киткес хозур урынында – Ғәҙелша ауылы эргәһендәге Баҡшай яланында ойошторолған сарала республиканан ғына түгел, башҡа өлкә, ҡала, республикаларҙан да ҡатнашыусылар бар ине. 67 бәйгесе араһында беҙҙең район данын 4 уҡсы – Илһам Байбулдин, Илдар Абыҙгилдин, Алик Степанов, Хәмдиә Мөхәмәтҡолова һәм думбырасы Данир Мәсәлимов яҡланы.  
Бар йәһәттән дә яҡшы әҙерлек менән үткән фес-тиваль программаһы 4 конкурстан торҙо: ир-егеттәр үҙ һәләтен, көс-таҫылын "Урал батыр” бәйгеһендә күрһәтһә, "Сал Ирәмәл ауазы” конкурсында этноколлективтар, "Мәргән уҡсы”ла уҡсылар көс һынашты. Ә инде "Семәр” бәйгеһе милли кейемдәр ижад итеүселәр өсөн ойошторолдо. Фестивалдең 1-се директоры, республика "Мәргән уҡсы” бәйгеһе төркөмө ағзаһы булараҡ, байрамда миңә лә һүҙ бирелде. Учалыларға ғафуриҙарҙан ҡайнар сәләм еткергәндән һуң, 3 ҡатнашыусыға – Силәбе ҡалаһынан Тургенға, Омскиҙан Динара Ҡасҡынбаеваға һәм иң йәш уҡсы Силәбе өлкәһенән Артур Хөснуллинға махсус приздар тапшырҙым.
 Байрам бик ойошҡан рәүештә уҙҙы. Ундағы һәр кем йәйә керешен тартма-йынса булдыра алманы. Хатта сарала ҡатнашыусы оло ҡунаҡтар – сенатор Лилиә Ғүмәрова, мәҙәниәт минис-тры Әминә Шафиҡова ла уҡтан атып ҡараны.
Призлы урындар яуламаһалар ҙа, беҙҙең уҡсылар Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Фестивалдән бик күп ыңғай тәьҫораттар, дәрт-илһам алып ҡайттыҡ.
Эльвира НАСИРОВА,
район мәҙәниәт һарайы режиссеры.