Мотлаҡ теркәтергә кәрәк
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

2017 йылдың 1 июленән башлап бөтә ойошмалар, ниндәй территорияла тороуына ҡарамаҫтан, алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙарын ЕГАИС-та – этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукция әйләнеше һәм етештереү күләмен иҫәптә тотоуҙың Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында раҫларға бурыслы.
Билдәләнгән иҫәп тәртибен боҙған өсөн, Рәсәй Федерацияһы Админис-тратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 14.19-сы статьяһына ярашлы, вазифалы кешеләргә 10 меңдән 15 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 150 меңдән 200 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған.