Йәш эшҡыуарҙар өсөн конкурс
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһында "Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” Бөтә Рәсәй  конкурсының төбәк этабы старт алды.
Уның маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Беҙҙең республикала конкурстың төбәк этабы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан "Һин - эшҡыуар” тип аталған федераль программа сиктәрендә уҙғарыла.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Роспредприниматель.рф сайтында теркәлеп, https://goo.gl/iJfQnF  ссылкаһы буйынса, йәки  БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайты: https/mmpsrb.ru - аша Йәштәр сәйәсәте бүлегендә (Молодежная политика/"Молодежное предпринимательство”/ "Федеральная программа "Ты - предприниматель” в Республике Башкортос-тан”) электрон формала заявка бирергә кәрәк.