Бай тарихлы Байымбәт
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Бәләкәй генә булыуы-на ҡарамаҫтан, Байымбәт ауылы халҡы берҙәмлеге, тырышлығы, эшсәнлеге менән айырылып тора. Шулай булмаһа бер нисә көн эсендә генә әҙерләнеп, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғара алмаҫтар ине. 15 июлдә ауылдың йәмле урыны – Түлтебей күле буйында ауыл байрамы үтте.
Байымбәт – Кесе Табын ырыуы башҡорттарының иң боронғо ауылдарының береһе. Бөгөнгө ауылға XVIII быуаттың тәүге яртыһында нигеҙ һалына. Әммә уның тарихы күпкә боронғораҡ.
XVII быуаттың икенсе яртыһында Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында йәшәгән Кесе Табын башҡорттарының бер нисә ғаиләһе уң яҡ ярға күсеп ултыра. Был яҡынса бөгөнгө Үрге Төкөн һәм Түбәнге Төкөн ауылдары тирәһе була. Архив материалдарынан күренеүенсә, 1626 йылда ошо ырыу кешеһе Рыҫкилде Көсөков Көгөш йылғаһынан төньяҡҡа һуҙылған ҙур аҫаба ерҙәрҙең хужаһы итеп күрһәтелгән. Рыҫкилденең улы Путнячко (күрәһең, рустар исемен бутап яҙған) Рыҫкилдиев та Ағиҙелдең һул яғындағы ерҙәрҙең хужаларының береһе итеп күрһәтелгән. 18-19-сы быуаттарҙағы тарихи сығанаҡтарҙа Кесе Табын волосы биләмәһенең бик ҙур булыуы, нигеҙҙә Көгөш йылғаһынан төньяҡҡа, Еҙем йылғаһынан көньяҡҡа табан һуҙылған урмандарҙы үҙ эсенә алыуы күрһәтелә. Ағиҙел йылғаһының һул яғындағы Ҡусҡар һәм Нағаҙаҡ күле тирәһендәге биләмә лә (Үрге һәм Түбәнге Төкөн ауылдары тирәһе) Кесе Табын волосына ҡарай. Борон унда Кесе Табындарҙың Төкөн араһы йәшәгән. Төкөн башҡорттарының ҡышлауы хәҙерге Ҡурғашлы ауылына илткән юл буйында була. Элекке ауыл урыны әле лә билдәле. Урман эргәлә, утын яҡын булғанлыҡтан, ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа ел-дауылдан һаҡланыу өсөн дә тау-урман араһына ҡышлауға күсенгәндәрҙер, тип фаразларға мөмкин. Ә йәйләүгә улар Ағиҙел аръяғына, киң яланлы көтөүлектәргә сыҡҡан. Ҡайһы бер яҙма сығанаҡтарҙа "Төкөн-Кесе Табын волосы” атамаһын да осратырға мөмкин. Бөгөнгө байымбәттәрҙең ата-бабалары Төкөндән күскән тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Күскенселәрҙең общинаһына 17-се быуат аҙағындағы сығанаҡтарҙа телгә алынған Бикҡол Биккинин етәкселек итә. Ул үҙ общинаһының ергә хоҡуғы өсөн көрәшеүсеһе була. Тик ҡыҙыуыраҡ холоҡло,
дыуамал Бикҡол батша властары менән уртаҡ фекергә килә алмай, үҙ общинаһы ерҙәренең бер өлөшөн юғалта. Шуға ла уға үҙ ауылын төньяҡҡараҡ күсереп ултыртыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шул сәбәплеме, Кесе Табындың Төкөн араһына ҡараған общинаға яңы етәксе тәғәйенләнә. Илсеғол Илсекәйев Бикҡолға кем булғанын аныҡ ҡына әйтеп булмай, әммә уның яҡын туғаны булыуы бәхәсһеҙ.
Илсеғол заманына күрә уҡымышлы, шул уҡ ваҡытта һығылмалы кеше була. Ул бәхәсле мәсьәләләрҙе лә үҙ файҙаһына хәл итеүгә өлгәшә. Мәҫәлән, 1695 йылда үҙ аҫаба ерҙәренә батшаның грамотаһын алыуға өлгәшә һәм был документ Табын ҡәлғәһе уҡсыларының һәм тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы халҡының баш-баштаҡлығынан һаҡлай. Бикҡол баш тартҡан урындан икенсе урынға күсеп ултырған ауыл Илсеғол тип атала. Илсеғол ауылы бөгөнгө Байымбәттән йыраҡ түгел. Сама менән бөгөнгө Бурлы, Яугилде, Байымбәт ауылдары араһында урынлашҡан була. Илсеғол Илсекәйевтың улы Байымбәт Илсеғолов хаҡында мәғлүмәттәр күберәк. Байымбәт Илсеғолов Кесе Табын волосы старшинаһы була. Хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу маҡсатында 1734 йылда Кириллов экспедицияһы ойошторола. Башҡорт ерҙәрен талауға ҡоролған был экспедицияға ҡырҡа ҡаршылыҡ күрһәтә ата-бабаларыбыҙ. Был инде 1735-1740 йылдарҙағы Алдар-Күсем яуы тип исемләнгән восстание башланыуға сәбәп була. Ошо яу мәлендә Ағиҙел йылғаһы буйындағы барлыҡ башҡорт ауылдары, шул иҫәптән Илсеғол ауылы ла карателдәр тарафынан яндырыла. Яндырылған ауылдан Байымбәт Илсеғолов икенсе урынға күсенеп ултыра һәм был ауыл Байымбәт исеме менән аталып йөрөй. Байымбәт старшинаның ерҙәре лә күп була. Уның командаһындағы кешеләр Богоявлен баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн урыҫ баярҙарына ер һата. Йәғни, бөгөнгө Красноусол ауылы ултырған ерҙәр ҙә ҡасандыр Байымбәт Илсеғоловтыҡы булған. 1750 йылда иһә Байымбәт старшина кешеләре шулай уҡ Еҙем йылғаһы буйында Кәлсер Табын ырыуы башҡорттарына (бөгөнгө Имәндәш ауылына нигеҙ һалыусылар) ер һатыуы билдәле. Шулай итеп, бай тарихлы ауыл ул Байымбәт.
Ауыл байрамы дан итеп уҙғарылды. Иртән быҫҡаҡлап яуып торған ямғыр ҡояш күтәрелә башлауға туҡтап, халыҡҡа иркенләп ял, байрам итергә форсат бирҙе. Ҡояш сыҡҡас халыҡ та әкренләп байрам уҙасаҡ майҙанға – Түлтебей буйына йыйылды. Ауыл байрамына фатиха биреү өсөн тәүге һүҙ тамырҙары менән ошо ауылдан булған, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рөстәм хәҙрәт Назарғоловҡа бирелде. Байрамды алып барыусы – район мәҙәниәт һарайынан Рәзилә Хәбибуллина тантананы асып, тәүге һүҙҙе Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдиновҡа бирҙе. Ул үҙ сығышында Байымбәт ауылы халҡының берҙәм, тырыш, уңған булыуын билдәләне, байрам  һәм төрлө саралар уҙғарғанда әүҙемлектәре менән айырылып торғандарҙы ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләне. Денис Садиҡов, Ирек Хисмәтуллин, Марат Фәтҡуллин, Ришат Ишкин, Тимербәк Фәтҡуллин, Азат Ноғоманов, Хәлим Ғәлин, Юнир Аҡбуров, Әхмәт Садиҡов, Валентина Фәтҡуллина, Миңнур Садиҡов, Азамат Шәрипов, Дилбәр Ҡорманғолова, Гөлфира Ишкина, Айгөл Ҡорманғолова, Сәүиә Мөхәмәтова, Айрат Ишкин, Әлфәрис Ҡорманғолов, Марат Ҡорманғолов ауыл биләмәһе башлығы тарафынан билдәләнделәр. "Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов Байымбәт халҡының һәр эште үҙҙәре башҡарып сығыуын, был йәһәттән ауыл старостаһы Әнүәр Ҡорманғоловтың оҫта ойош-
тороу һәләтен билдәләп, ошо ауыл-дан хужалыҡта эшләп йөрөүсе Валентина Фәтҡуллина, Зилара Харисова, Урал Йәғәфәров кеүек эшселәрҙе маҡтап телгә алды. Ул шулай уҡ Зилара Харисова, Юлай Нәбиуллин һәм оҙаҡ йылдар Байымбәт һөтсөлөк фермаһына етәкселек итеүсе хаҡлы ялдағы Акрам Мөхәмәтдиновты бүләкләп үтте. Сара барышында ауыл аҡһаҡалы Рәхимйән Ғәлин Байымбәт ауылы тарихына байҡау яһаны. "Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин ауыл тарихына бәйле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, халыҡты байрам айҡанлы ҡотланы.
Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булды бындағы осрашыу. Теләгән һәр кем сәхнәгә күтәрелеп үҙ һөнәрен, маһирлығын күрһәтте, теләгәндәр йыр-моң бүләк итте. Инәле-ҡыҙлы Мәрүә менән Зилиә Мөхәмәтдиновалар ҙа ауылдаштарына изге теләктәрен еткерҙеләр, һүҙ оҫтаһы һәм ауылдың шағирәһе, хикәйәсеһе булып танылған мәрхүмә Рәйлә Назарғолованы иҫкә алып, уның хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Әсә менән ҡыҙының бергәләшеп йыр башҡарыуҙары ауылдаштарына ҙур бүләк булып яңғыраны. Тамырҙары менән ошо ауылдан булған, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илгиз Фәтҡуллиндың артистарға биргеһеҙ итеп ҡурайҙа һыҙҙырыуына түҙмәйенсә, сәхнәгә үк күтәрелеп бейеүселәр ҙә булды. Яҙгөл Әптекованың өҙә баҫып бейеүе лә тамашасылар күңеленә хуш килде. Ра-йон мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Елена Соколова халыҡты район
хакимиәте исеменән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ра-йон мәҙәниәт һарайы артистары Рәзилә Хәбибуллина, Хызыр Нәзиров, Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлин башҡарыуындағы йырҙар алҡыштарға күмелде. Ғөмүмән, район мәҙәниәт һарайы артистары сығышынан тыш был байрамды күҙ алдына ла килтереп булмаҫ ине. Шулай уҡ Гөлфира Ишкина, Рәсимә Мөхәмәтдинова башҡарыуындағы йырҙар ҙа ауыл-даштары тарафынан алҡышлап ҡабул ителде. Байрамда күсмә сауҙа ла ойошторолдо. Балалар туңдырма һәм башҡа татлы ризыҡтар, тәмлекәстәр ашап кинәнде, теләгәндәр батутта һикереп күңел асты, футбол, волейбол уйнаусылар ҙа булды. Түлтебей буйына тирмә ҡоролоп, ҡаҙан аҫылып аш, былау бешерелде, самауырҙарҙа шыжлап сәй ҡайнаны. Уйын-көлкө, йыр-бейеү кискә тиклем дауам итте. Ауыл халҡының байрам уҙғарыуын ғына көтөп торған тиерһең, сара тамамланыуға йәнә шыбыр-шыбыр ямғыр яуа башланы.
С.САМЫШЕВ.