Изге байрамыбыҙ менән!
31 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Әс-сәләмү-ғәләйкүм, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, райондаштар һәм район ҡунаҡтары!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйем һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, тәнегеҙгә һаулыҡ, донъяғыҙға именлек, бәрәкәт теләйем. Быйыл Ҡорбан ғәйете Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән йома көнгә тура килде һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм  Хәҙисендә әйтелә: "Йома көн эшләнгән изге эш Аллаһ ҡаршыһында ун тапҡыр сауаплы була”. Аллаһы Тәғәлә һеҙ ҡылған бар изге сауаплы эштәрегеҙҙе ҡабул итеп, имандарығыҙҙың ҡеүәтен арттырһын.
Ғәйет намаҙы 1 сентябрҙә 08.15 сәғәттә, Ҡорбан салыу 09.30 сәғәттә башлана.
Рауил ИВАЕВ,
Красноусол мәсете имам-хатибы.