Динебеҙ тарихынан
31 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Һәжәр — Мысырлы, ҡол ҡатын, Сараның түлһеҙ осоронда хеҙмәтсе булып торған, Ибраһим пәйғәмбәргә Исмәғил улын табып биргән кәнизәк. Ибраһим менән Сараның улы Исхаҡ ҙурая башлағас, Сараның ризаһыҙлығы арҡаһында Һәжәрҙе улы Исмәғил менән Ибраһимдың йортонан ҡыуалар.
Һәжәр Ғәрәп ярымутрауы сүлендә ҡала. Улы Исмәғилдән ғәрәп халҡы тарала, уларҙы йә исмәғилиҙәр йә һәжәриҙәр тип атап та йөрөтәләр. Исмәғилдең әсәһе булараҡ, ғәрәп риүәйәттәрендә Һәжәргә күп урын бирелә.
Һәжәр хөрмәтенә 1909 йылда асылған астероидҡа уның исеме бирелгән.
Һәжәр -
Исмәғилдең әсәһе
Динебеҙҙә телгә алынған бөйөк пәйғәмбәрҙәребеҙҙең береһе — Ибраһим ғәләйһиссәләм. Тап бына ошо әүлиә заттан бөгөн донъя халҡының күпселеге тотҡан ибраһими (аврамистик) диндәр таралған да инде. Ибраһими диндәргә, мәғлүм булыуынса, йәһүди, нәсрани, ислами инаныстар инә.
Ҡөрьән Кәримдең «Ниса» сүрәһенең 125-се аятында Ибраһим хаҡында былай тип әйтелә: «Дин йәһәтенән үҙенең нәфесен Аллаһы Тәғәлә өсөн тапшырыусынан кем яҡшыраҡ? Шул кешелер: үҙе изгелек ҡылды һәм Ибраһим пәйғәмбәрҙең диненә эйәрҙе. Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙе Үҙенә дуҫ итеп тотто, йәғни уны ихтыяр ҡылды һәм уға күп кирәмәттәр бүләк итте».
Мәғлүм булыуынса, Ибраһим пәйғәмбәр менән ҡатыны Сараның ҡартайғансы балалары булмай. Был хәлгә икеһе лә бик ҡайғыралар. Рәсүлдең бик бала көҫәгәнен күреп, эстән һыҙып йөрөгән Сара үҙе хеҙмәтсеһе Һәжәрҙе алырға тәҡдим яһай. «Раббым, миңә бер изге ул бирһәңсе!»— тип теләй зөфаф кисендә Ибраһим. Һәм Аллаһы Тәғәлә уны йомшаҡ күңелле ул — Исмәғилде биреп һөйөндөрә («Саффәт» сүрәһе, 100-101-се аяттар). Сара көнсөллөктән ҡатынды балаһы-ние менән сүлгә алып барып ташлауҙы талап итергә тотона, тиелә риүәйәттәрҙә. Атай кешегә көтөп алған балаһы һис шикһеҙ йәл, ул байтаҡ икеләнә. Бер мәл Ибраһим пәйғәмбәргә Аллаһы Тәғәләнән: «Улыңдан бөйөк бер милләт тараласаҡ, уны сүлдә ҡалдыр», — тигән вәхи килә. Ҡайҙа илтергә икәне лә төшөндөрөлә.
Һәжәр — тәҡүәлек өлгөһө
Ибраһим пәйғәмбәр Һәжәр менән улы Исмәғилде әле Мәккә урынлашҡан, ә ул мәле яҡын-тирәлә бер әҙәм заты, бер тамсы һыу булмаған, яланғас таштар ғына һерәйеп торған тауҙар араһына килтереп ташлай. Тәҡүәлеге шул тиклем көслө була, ҡатын бары тик: «Һин быны Алланың ҡушыуы буйынса эшләйһеңме?» — тип кенә һорай һәм, ыңғай яуап ишеткәс, һис ҡаршылыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, тороп ҡала. «Улай булғас, Аллаһ беҙҙе һәләк итмәҫ», — тип иҫ киткес ышаныс менән тороп ҡала. Әгәр күңелендә шул тиклем инаныу булмаһа, ул бер үлән ҡыяғы ла үҫмәгән, кеше затының эҙе лә булмаған тау-таш араһында ҡурҡышынан, өмөтһөҙлөктән йөрәге ярылып үлер, йә хыялланыр ине.
Зәм-зәм шишмәһенең ағып сыҡҡаны
Бына турһыҡҡа һалынған һыу ҙа, ризыҡ та бөтә, ас балаһының илауына үҙәге өҙөлөп, Һәжәр Инәбеҙ һуңынан Сафа һәм Мәрүә тип аталасаҡ ике тау араһында йүгерә башлай. Береһенең түбәһенә менә лә, ян-яҡҡа ҡарай — тик ҡош-фәлән күренмәй, тимәк, һыу юҡ. Икенсеһенә йән асыуына йүгереп менә — шул уҡ хәл. Етенсе тапҡыр төшөп килгәндә Исмәғиле аяҡ тибеп илап ятҡан урындан һыу сыға башлағанын күрә. Һыу ер аҫтынан шул тиклем көс менән урғылып атыла һәм тиҙ үк тирә-йүнде баҫа ла башлай. Әгәр шул мәлдә Һәжәр Инәбеҙ «зәм-зәм» (беҙҙеңсә «сеү-сеү») тип, тирә-яғын балсыҡ менән ҡоймалап ҡуймаһа, донъяны һыу баҫыр ине, тип әйтелә бәғзе бер сығанаҡтарҙа. Риүәйәттәрҙә тап ошо урында Әҙәм менән Һауаның тәүге ғибәҙәтхана төҙөгән булғанлығы, уның янында йәннәт шишмәһенән ергә күсерелгән зәм-зәм инеше ағып ятҡанлығы, тик туфан баҫҡандан һуң ләм аҫтында ҡалып юғалыуы хаҡында ла әйтелә. Ул изге урындың яңынан тергеҙелеүе, бөтә донъя мосолмандарының хаж ғәмәле үтер төбәккә әүерелеүе Һәжәр Инәбеҙ һәм уның улы Исмәғил менән бәйле.
Хаж ғәмәлен үтәгәндә Ҡәғбәтулла тирәләй ете тапҡыр урап үткәс, зәм-зәм һыуы эселә һәм артабан мосафирҙар Сафа һәм Мәрүә араһынан Һәжәр Инәбеҙ кеүек үк йүгерә-атлай уҙа. Хажиҙар был йоланы үтәгәндә Әсә бөйөклөгөн, Аллаға, балаһына мөхәббәтен иҫенә ала. Аллаға бөйөк инаныс кәүҙәләнеше булған Һәжәр Инәбеҙҙең аяҡ эҙҙәре буйлап уҙғанда Ҡөрьәнебеҙҙә әйтелгән: «Йәннәт әсәләрҙең аяҡ аҫтында», — тигән аят та һис шикһеҙ хаҡ мосолмандың күңел күгенә нур булып яғыла.
Аяҡ аҫтынан зәм-зәм урғылып сыҡҡан бала — Исмәғил — пәйғәмбәр булараҡ динебеҙ тарихына инә. Кеше аяғы баҫмаған тауҙар араһында ҡалған әсәле-уллы аҫыл зат әһле Ислам донъяһы өсөн изге урынға, йылдан-йыл, көндән-көн абруйы арта барған Мәккә ҡалаһына нигеҙ һалыусы булып тора.
Йәмәндән сауҙа маҡсаты менән оҙон сәфәргә сыҡҡан каруан һарғылт-көрән яланғас тауҙар араһынан килә. Арығандар, һыуҙы ла самалап ҡына тотоналар: бала сағынан ошо юлдан йөрөгән ҡарт каруан башлығы белә — тоҙ тәме итеп торған ҡоҙоҡҡа еткәнсе әле ике тәүлек бараһы. Шул саҡ юлбаҫарҙарҙың һөжүменә эләкмәҫ өсөн алға ебәрелгән һағауылдарҙың береһе сабып килеп етә: — Арғы тау башында ҡоштар уйнай, тимәк, унда һыу бар.
Каруан башы шик белдереп баш сайҡай, һүҙен дөрөҫләтер өсөн һағауылды тикшерергә ебәрә. Тегеһе эсеп тә туймаҫлыҡ шишмә янында балаһын күрһәтмәҫкә тырышып, кәрәк булһа, уның өсөн йәнен дә бирерҙәй ҡиәфәттә баҫып торған йәш ҡатынды күрә. Һыу бар ерҙә тормош бар. Каруансылар Мәккә тип аталыр ҡаланың тәүге йорттарын һала, ә Исмәғил, бәлиғ булғас, джүрһүмит тип аталған ошо ырыу ҡыҙына өйләнә. Ибраһим пәйғәмбәрҙең Һәжәр Инәбеҙҙән тыуған улы Исмәғил, шулай итеп, ғәрәп халҡының тәүбабаһына әүерелә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм — уның тура ептән килгән тоҡомо, вариҫы.
Ибраһим пәйғәмбәргә ҡатыны Сара ла ҡартайған көнөндә ул табып бирә, ошо тармаҡтан йәһүд халҡы тарала, бик күп пәйғәмбәрҙәр донъяға килә. Шулар араһында — мосолмандар айырата ололаған Ғайса ғәләйһиссәләм (Иисус Христос).
Әсә ҡаһарманлығы
Әммә Аллаһы Тәғәлә тарафынан, унан бөйөк милләт китәсәк, тип нарыҡланған Исмәғил улын да атай кеше онотмай, килеп йөрөй. Зөлхизә айының иң сағыу тажы, хаж ғәмәленең иң яуап-лы көнө — ҡорбан салыу йолаһы ла уның тап ошо улы менән бәйле. Риүәйәттәрҙең ҡайһы берҙәрендә һөйләнелеүенсә, Аллаһ алдында бурысын үтәтмәҫ өсөн шайтан Ибраһим пәйғәмбәрҙең үҙен дә, ҡорбанға килтерелергә тейеш Исмәғилде лә, хатта Һәжәр Инәбеҙҙе лә үәсүәсәләп маташа. Әммә уларҙың һәр береһе Аллаға бер һүҙһеҙ буйһоноуын, тоғролоғон күрһәтә. Әсәнең яуабы иҫ киткес фәһемле лә, тетрәндергес тә була:
— Аллаһ хаҡына икән, мин бер улым түгел, әллә нисәү булһа ла ҡорбанға килтерергә риза.
Хаж ғәмәле башҡарғанда иҫкә алыныуға шулай лайыҡ булған бөйөк был ҡатын.