Көҙ сыуағы күңелдә
06 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

Ололар көнөндә Үзбәк мәктәбендә уҙған байрамға килеүселәр көйһөҙ һауа торошона әһәмиәт бирмәне, сөнки һәр кемдең күңелендә көҙ сыуағы ине.
Улар араһында уҡытыусы ветерандар Тимерғәле Шәрипов, Фәриҙә Ильясова, Нәзирә Килмөхәмәтова, "Ағи-ҙел” колхозында тир түгеп хаҡлы ялға сыҡҡан Үзбәк ауылынан Сания Төхвәтова, Үтәштән Динә Шәйәхмәтова, Гөлбикә Халиҡова, Рәмилә Башарова, Әхмәт Кинйәбаев, Үзбәк ауылының иң оло кешеһе, күптән түгел 90 йәшен тултырған Биктимер Шәрипов, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, заманында СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат Тәғзимә Мәхийәнова һәм башҡа хөрмәткә лайыҡ ауылдаштарым бар ине.
Сараға килеүселәрҙе мәктәп уҡыусыларының һәм үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары араһында Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова, мәктәп директоры Айгөл Ғәбдиева, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары рәйестәре Флүрә Ғәзизова, Йомабикә Башарова, социаль хеҙмәткәр Вера Ғәзизова байрам менән тәбрикләп уларға иҫәнлек, бәхетле ҡартлыҡ теләне. Ауыл хакимиәте килтергән күстәнәстәрҙе лә алып ҡыуанды ололар. Мәктәп ашханаһында бағыусылар Рәшит Әбелғужин, Азат Хужиев, Әлфиә Халиҡова, Тәнзилә Ғәзизова, Тимерйән Кинйәбаев, шулай уҡ Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған, мәктәп хеҙмәткәрҙәре Минәүзә Ғәлина, Лира Ғәйнуллина, Гүзәл Үзбәкова әҙерләгән тәмле-татлы һыйҙан ауыҙ иткәндән һуң, хәтирәләргә бирелеп, йырлашып ултырҙы өлкәндәр.
Үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибарға һәм ихтирамға күңелдәре күтәрелеп, йәшәреп киткәндәй булып таралышты ветерандар байрамдан.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Үзбәк ауылы.