Бер кем дә онотолмаһын
20 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

11 октябрь, көҙҙөң иң матур көндәренең береһе, Ҡурғашлылар өсөн икеләтә байрам булды. Башҡортостан Республикаһы көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ҡурғашлы һәм Сикйылға яугирҙарының яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташ асылды.
Тантанаға халыҡ бик күп йыйылды. Сәскәләр тотоп йыраҡтан килеп еткән ололар атай, олатай, ағайҙары менән күрешергә килеүселәрҙе хәтерләтәләр ине. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр ғаиләгә ҡағылған стеланы мәңгеләштереүҙә ауылдаштарымдан бер кем дә ситтә ҡалманы. Митингыны Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Гөлназ Хәким ҡыҙы Азимова тантаналы асып, ауыл биләмәһе һуғыш ветерандары тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Ауыл старостаһы уҡытыусы-ветеран Хәсән Абдулла улы Ҡотовтың хәтирәләре дәһшәтле утлы йылдарҙы һынландырып, һәр кемде тулҡынландырҙы.
Һуғыш башланғанда бер нисә генә өйҙән торған Ҡурғашлы ауылынан да әле донъяның асылына ла төшөнөп етмәгән кисәге малайҙар ил һаҡларға китәләр. Ауылдаштарыбыҙ яу ҡырында ятып ҡалған ағалы-ҡустылы Лотфрахман һәм Хабрахман Әбдрахман улдары Ғәзизовтар, латыш Александр, Смоленск янында хәбәрһеҙ юғалған Әбдевәли Ғәни улы Ғәзизовты оло хөрмәт менән иҫкә алды. Таҡтаташтағы исемлекте, күбеһенсә, һуғыш мәхшәренән имен-аман ҡайтып, оҙаҡ йылдар леспромхозда эшләүселәр тәшкил итә. Йыйылған халыҡ стелала үҙ атай-олатайҙарының, яҡындарының исемен күреп берсә моңайҙы, берсә ғорурланды.
Сарала Әлфиә Әлтәф ҡыҙы Мөхәмәтйәнова етәкселегендә уҡыусыларҙың сығышы, уларҙың ағас ултыртыуҙа ҡатнашыуы киләсәккә яҡты өмөт уята.
Шуны билдәләп үтеү мөһим: әле был эш тамамланмаған, исемлекте тулыландырыу буйынса эҙләнеүҙәр алып барыу - беҙҙең бурыс. Бер билдәһеҙ һалдат ҡалырға те-йеш түгел!
Халыҡ ауыл хакимиәте башлығы Гөлназ Хәким ҡыҙы Азимоваға, сараны матур алып барған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Роза Кәримова, Розалия Ғәлимоваға рәхмәттәр әйтеп таралды.
Рәмилә ЗӘЙНИЕВА,
 уҡытыусы-ветеран.
Ҡурғашлы ауылы.