Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә
14 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

Етеш тормош, йәшәү бәхете  егәрлелектән киләКрасноусолда Пушкин урамы, 92А һанлы йорт янынан үткән-һүткән һәр кем йәй буйына күҙҙең яуын алып, шау сәскәгә күмелгән күркәм баҡсаға иғтибар итмәй ҡалмағандыр.
Ысындан да, бында сәскәләрҙең ниндәйе генә үҫмәй, һанай китһәң, розаларҙың – дүрт, хризантемаларҙың ике тиҫтәгә яҡын төрө, петуния, настурция, гладиолус, фуксия һәм башҡа төрлө-төрлө сәскәләр тирә-йүнде матурлыҡҡа сорнай. Зауыҡ менән йыйыштырылған өй эсен дә гөлдәр биҙәй. Әлбиттә, баҡса ғына түгел, үҙенсәлекле заманса биҙәлешле йорт та күркәмлеге менән айырылып тора.  Был матур йорт хужалары кемдәр тиһегеҙме? Бында  Ерек
ауылы һылыуы Ирина Тимербай ҡыҙы менән Мәндем егете Раил Миңнур улы Йәнмырҙиндар ғаиләһе йәшәй. Красноусол ауылы көнө айҡанлы иғлан ителгән конкурста "Иң матур йорт” номинацияһында тап уларҙың йорто билдәләнеүе осраҡлыҡ түгел.
Йәнмырҙиндар 2009 йылда өйләнешә. Йәш ғаилә башта ауылда йәшәй. Ирина Ерек ауылындағы "Башнефть” заправкалау станцияһында (хәҙер Красноусолда), ә Раил Себерҙә эшләй. Үҙ донъяларын ҡорорға уйлап, Красно-усолда төпләнергә ҡарар иткән ғаилә бында һалған өйҙәренә төкәтмә төҙөргә тотона. Һәм күп тә үтмәй, эшен теүәлләп 8х14 метр ҙурлыҡтағы иркен, бар уңайлы шарттар булдырылған  йорттарына күсеп киләләр. Гараж, мунсаһы ла бар, быйыл
йорттарының тирә-яғын евроштакетник менән уратып алғандар. Ғөмүмән, донъяларына һоҡланмау мөмкин түгел, тормоштары етеш.  15 сутый ер участкаһында бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, сортлы баҡса еләге лә мул уңыш бирә. Йылдың-йылы ҡаҙ, өйрәк алып ҡарайҙар.
Күптәргә өлгө булырлыҡ итеп, татыулыҡта йәшәгән уңған Йәнмырҙиндар ғаиләһендә ике бала үҫә. Өлкәне Булатбай Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 2-се класта уҡый, ата-әсәһенең оло ярҙамсыһы, ә бәләкәсе Рәмис 5 йәштә, "Тирәккәй” балалар баҡсаһына йөрөй.
Был матур йорттоң хужалары изге күңелле, ихлас, яҡты йөҙлө, ҡунаҡсыл булыуҙары менән дә айырылып тора. Ирина сирләгән әсәһен үҙ янына алып ҡарай.
Бына шулай үҙҙәре ғүмер иткән урамды күркәмлеккә сорнап йәшәй Йәнмырҙиндар ғаиләһе.
Индира ИШКИНА.