“Стартап автобусы” проекты ҙур мөмкинлектәр аса
14 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

“Стартап автобусы”  проекты ҙур мөмкинлектәр асаГәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 2 ноябрҙә районға "Стартап автобусы”  проектын ойоштороусылар һәм күрше – Ауырғазы ра-йонынан буласаҡ эшҡыуарҙар килде.
Проекттың төп маҡсаты – яңы ғына эшҡыуарлыҡҡа тотоноусыларға бер көн эсендә  заманса глобаль "иҡтисади белемде”ң аныҡ шарттарында конкурентлыҡ тыуҙырған идеяларҙы дөрөҫ күрһәтергә һәм ғәмәлгә ашырырға өйрәтеү. Эшҡыуарҙарға республиканың муниципаль берәмектәре биләмәһендә иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән  яңы бизнес-проекттар булдырып, уларҙы артабан алға ебәреүҙә ярҙам итеү, шулай уҡ ҡыҙыҡлы тәжрибә алыу һәм яңы идеялар менән илһамланыу өсөн уңышлы эшләп килгән предприятиеларҙа экскурсияла булыу.
Өфөлә башланған был "Стартап автобус”ы маршруты Ауырғазы районы аша үтеп, Красноусолға килде.  Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында уҙған сараға беҙҙең райондан "Стартап автобусы” проектында ҡатнашырға теләк белдереп, үҙ бизнесын булдырырға һәм үҫтерергә теләгән әүҙем тормош позициялы – 5, Ауырғазынан 8 буласаҡ эшҡыуар һәм был район хакимиәтенең баш иҡтисадсыһы килгәйне. Уны Өфөнән Эшлек-ле консультация биреү үҙәге етәксеһе, бизнес-тренер Илдар Килмәтов уҙғарҙы.  Сараны алып барыусы проекттың асылы һәм маҡсаты хаҡында һөйләп үткәндән һуң, "Мин ни өсөн Стартап автобусында?” тигән һорауға яуап итеп, буласаҡ эшҡыуарҙар үҙ-үҙҙәре менән таныштырҙы (презентацияланы), проекттары һәм идея-лары хаҡында бәйән итте. Артабан проектта ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп яҙма рәүештә Ғафури һәм Ауырғазы райондарындағы проблемаларҙы, шулай уҡ бизнес асыу өсөн идеяларын барланылар. Һәм һәр төркөм "Райондағы проблемалар һәм уларҙы хәл итеүҙә эшҡыуарҙарҙың роле” хаҡында барланған ошо мәғлүмәттәрҙе уҡып ишеттерҙе.  Быларҙың барыһын да бергәләп тикшереп сыҡтылар. Тикшереүҙең ыңғай яғы - үҙ проектыңа төрлө яҡлап, киңерәк ҡарарға мөмкинлек бирә.  Шулай уҡ бизнесыңды нисек яҡшыртырға, камилыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, ылыҡтырғысыраҡ итергә идеялар тыуа.
Көндөң икенсе өлөшөндә БР Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәгенең баш белгесе Р.Әсәҙуллин "Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы”, И.Килмәтов "Бәләкәй предприятиела идаралыҡ иҫәбе һәм персонал менән идара итеү” тигән темаға, шул иҫәптән бизнесты планлаштырыу, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу, социаль эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
И.ӘЛИБАЕВА.