Бәхетле ғүмер ҡышы
05 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Бәхетле ғүмер ҡышыРәсәй Федерацияһы Президенты 2012 йылдың 31 майында 90 һәм унан өлкәнерәк йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына Рәсәй Президентының Ҡотлауын тапшырыу хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны.
Уға ярашлы,  бына 5 йыл инде 90 йәшен тултырған һәм өлкәнерәк йәштәге   һуғыш һәм тыл ветерандарына Ҡотлауҙар тапшырыла килә. Районыбыҙҙан  дүрт тиҫтәнән ашыу кеше бындай Ҡотлауҙарҙы алды ла инде.
Красноусолда йәшәүсе 90 йәшен билдәләгән ил инәһе, тыл ветераны Камила Закир ҡыҙы Шириязданова өсөн 1 декабрь икеләтә иҫтәлекле булды. Беренсенән, бер быуатҡа торошло олпат юбилейын – ғүмер байрамын билдәләһә, икенсенән, РФ Президенты Ҡотлауын алыуы айырыу-са ҡыуаныслы булды. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова һәм уның урынбаҫары Руфина Николаевна Сухорукова тап ошо көндө Камила Закир ҡыҙы янында булып, Президент Ҡотлауын һәм шәхсән иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙылар.
Камила Шириязданова Үтәк ауылында тыуып үҫә. Сахалин ауылынан Мөхәмәт Шәрифулла улы Шириязданов менән ғаилә ҡороп, 9 балаға ғүмер бирәләр. Әммә уларҙың алтауһы ғына (4 ул, 2 ҡыҙ) үҫеп буй еткерә. Артабан ғаилә Ҡурғашлы ауылына күсенеп килеп, ошонда ғүмер итә.
Камила әбейгә оло ҡайғылар ҙа күрергә тура килә,  ирен, ике улын һәм ике ҡыҙын юғалта. Ғаиләһендә балалары ишле тип тормай, етем ҡалған ике һеңлеһен ҡарап үҫтерә. Шулай уҡ ағаһы гүр эйәһе булғас, уның улы Хәмзәне ҡыр типмәй, алты балаһы янына етенсе итеп һыйындыра. Бөтөн ауырлыҡты үҙ иңендә татып үҫкән быуын вәкиле булған ил инәһе бөгөн өлкән улы Ренат һәм килене Зәйтүнә (Красноусол башҡорт гимназия-интернатының элекке химия уҡытыусыһы, хәҙер хаҡлы ялда) Ширияздановтар тәрбиәһендә барыһына ла ҡәнәғәт, рәхмәтле булып, бәхетле ҡартлығын кисереп ғүмер итә. Камила әбейҙең аң-зиһене теүәл,  бынамын тигән итеп, яҡындарына бик ауырлыҡ һалмай, үҙ-үҙен тәрбиәләп йәшәй, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күҙлекһеҙ уҡый.  Улдарының кесеһе Радик, килене Фәнүзә менән Ишембай ҡалаһында йәшәй. Бәхете, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан әсә  8 ейән-ейәнсәргә, 2 бүләсәргә өләсәй ҙә.
Иҫтәлекле ғүмер байрамы көнөндә Камила Закир ҡыҙын ҡотларға Ренат улы йортона кесе улы, килене, ҡатыны менән тәрбиәләп үҫтергән энекәше Хәмзә Кинйәбаев һәм башҡа туғандары ла килде. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле ил инәһе!
Индира ИШКИНА.