Эш хаҡы арта
05 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Эш хаҡы артаБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документҡа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен күтәреү маҡсатында ҡул ҡуйылған.
Указға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан төбәктәге дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең (240 мең кеше) эш хаҡы дүрт процентҡа арта. Был мәғариф, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, спорт, йәштәр сәйәсәте, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, ауыл һәм урман хужалығы, ветеринария өлкәһендәге дәүләт һәм муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең бөтә категорияларына ҡағыла.
Указды тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле аҡса Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға бюджетында һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона ҡаралған.