Һаман әрней һуғыш яраһы...
10 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Һаман әрней һуғыш яраһы..."Илһөйәрлек – ул Тыуған илгә һөйөү генә түгел, ә күпкә киңерәк төшөнсә. Ул – тыуған илеңдең айырылғыһыҙ өлөшө булыуың менән ғорурланыу, бәхетле һәм бәхетһеҙ көндәрен бергә үткәреү һәм кисереү ҙә”.
 (А.Н.Толстой.)
Күптән түгел Красноусол мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн Афған һуғышы башланған көнгә арналған сара үтте. 1-се мәктәптә булған осрашыуға афған яугирҙары Андрей Мигунов, Марс Хәйруллин, Ринат Яҡупов килде. Беҙ барыбыҙ ҙа яугир-интернационалист тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Ләкин был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡаны, афған һуғышының ҡасан булғанлығы, совет һалдаттарының унда ни өсөн батырҙарса һәләк булыуы тураһында күптәр белмәй. Ветерандар уҡыусыларға ошолар хаҡында ентекләп һөйләне, аяуһыҙ һуғыштың фото-слайдтарын күрһәтте.
Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, совет һалдатының  үҙ иленең тыныслығы ғына түгел, туғандаш илдәрҙең именлеге һағында тороуҙарын да күрергә була. Быны интернациональ бурысты үтәү тип атағандар. Алыҫ 1979 йылда беҙҙең һалдаттар Азияның төпкөлөндә бәхетле, тыныс тормош төҙөргә ярҙамға ашыҡты.
Һуңынан, күп йылдар үткәс был һуғыштың "мәғәнәһеҙ, кәрәкмәгән”, меңәрләгән ҡорбандарҙың бушҡа булыуы тураһында хәбәрҙәр таралды.
Геополитик сәбәптәр һәм иҡтисади ҡараштар, беҙгә ҡаршы бер нисә сит илдең һуғыш алып барыуы тураһында ла төрлө фекерҙәр күп булды. Ләкин унда ҡатнашҡан 600 мең һалдат, офицер, генерал һәм яуҙа ятып ҡалған 15 мең яугир бер ниндәй сәйәсәт тураһында уйлап тормай, тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән. Бергә алышҡа күтәрелгән, ҡарауандарҙы, блокпостарҙы һаҡлаған, ауыр яраларға тешен ҡыҫып түҙгән иптәштәре алдындағы ла бурыс булған ул.
Уҡыусылар шул йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар, ысынбарлыҡ тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Марс Хәйруллиндың патриотик йырҙарын да алҡышлап ҡаршы алдылар.
Был осрашыу тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән, бик күп батырлыҡтар һәм фажиғәләр шаһиты булған афған һуғышы шаһиттары иҫтәлегенә бағышланды.
Альбина ҒӘЗИЗОВА,
район хакимиәтенең йәштәр бүлеге етәксеһе.