Бар булмышы менән уҡытыусы
10 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Бар булмышы менән уҡытыусыБар ғүмерен балалар уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған, Ҡарағай мәктәбе уҡытыусыһы Суфия Сафуан ҡыҙы Аҙналина хаҡында яҙмам.
Суфия - Юлыҡ ауылы ҡыҙы. Урта мәктәпте, артабан Салауат педучилищеһын тамамлаған йәш педагог хеҙмәт юлын Ҡарағай мәктәбендә башланғыс кластарға белем биреүҙән башлай. Артабан бер аҙ Имәндәш мәктәбендә лә уҡытып ала. Тәжрибә туплап, яратып һайлаған һөнәренең нескәлектәренә төшөнгәс, Ҡарағай мәктәбенә күскән уҡытыусы әлеге көндә лә бында уңышлы эшләп йөрөй. Мәктәптә уҡыған йылдарында бейеүгә маһир мөғәллимә бында бейеү түңәрәге асып, уҡыусыларҙы бейергә өйрәтте. Байрам һайын концерт ҡуялар ине. Минең Алһыу ҡыҙымдың беренсе уҡытыусыһы ла ул булды. Алдынғы ҡарашлы, белемле, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән Суфия Сафуан ҡыҙы мәктәптә ойоштороусы булып тиҫтә йылдан ашыу эшләне.
Йылдар үтте, хеҙмәт юлын әле генә башлаған кеүек булһа ла, мөғәллимлек стажы 34 йылға еткән.
Ғүмер юлдашын да бында таба – Ҡарағай ауылы егете Камил Аҙналинға тормошҡа сығып, бик татыу йәшәйҙәр. 2 бала – ҡыҙ һәм улдарын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөйҙәр, икеһе лә ғаиләле, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Гүзәл сәскә кеүек ике ҡыҙ, улдары Марсель ике ул үҫтерә.
Суфия апай менән Камил ағайҙың тормош ҡороп йәшәй башлауына ла 32 йыл ғүмер үткән. Икеһе лә егәрлеләр, урам тулы мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ғаилә башлығы күптән түгел 55 йәшен билдәләне. Бар ғүмерен шофер һөнәренә бағышлаған Камил ағай колхоз заманында колхоз автобусын, унан һуң Красноусол – Имәндәш маршрут автобусын йөрөттө. Ә хәҙер Ҡарағай мәктәбе автобусында уҡыусыларҙы ташый. Иртә таңдан Некрасовка, Мораҙ, Юрмаш, Имәндәш ауылдарынан уҡыусыларҙы барып алып, дәрестәр тамамланғас, илтеп ҡуя. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, маҡтаулы водитель булып тора. Балаларын да ярҙамдарынан ташламайҙар, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар. Улары ла атай-әсәйҙәренә ҡайтып, ярҙам итеп китәләр. Аҙналиндар кеүек ғаиләләр күберәк булһа ине, тигән теләктә ҡалам, улар иҫән-һау эшләһендәр һәм йәшәһендәр.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.