Ҡайҙа теркәлеүең мөһим түгел
26 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Ҡайҙа теркәлеүең мөһим түгелӘгәр ҙә тауыш биреү көнөндә, йәғни 18 мартта һайлаусы йәшәү урыны -  паспорт-ында теркәлгән адрестан ситтә булған осраҡта, ул яңыса тауыш биреү тәртибенән файҙалана ала.
Ошоноң менән бәйле территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Звереваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, билдәле булыу-ынса, тауыш биреү көнөндә паспортында теркәлгән адрестан ситтә булыусылар өсөн 31 ғинуарҙа ғаризалар ҡабул итеү пункттары эшләй башлай. Был пункттар ҡайҙа урынлашҡан һәм улар нисек эшләйәсәк?
-Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, тауыш биреү көнөндә һайлаусының ҡайҙа булғанлығына ҡарап уны ошо урында һайлаусылар исемлегенә индереү өсөн барлыҡ республика буйынса ғаризалар ҡабул итеү өсөн 109 пункт булдырыла. Бынан тыш уларҙың 74 филиалы эшләйәсәк һәм Күп функциялы үҙәктәрҙә лә (МФЦ) ғаризалар ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ ғаризаны Интернет селтәрендә Дәүләт хеҙмәте порталы аша ла биреп була. 25 февралдән бындай ғаризаларҙы участка һайлау комиссиялары ла ҡабул итә башлай. Гәзит уҡыусыларға шуны еткерге килә: теләгән тораҡ пунктта, теләгән территориаль һайлау комиссияһында, йәки ғаризалар ҡабул итеү пукттарының филиалдарында, теләгән Күп функциялы үҙәктә ғариза яҙырға була. Ғариза яҙыу һинең ҡайҙа йәшәүеңә һәм ҡайҙа теркәлеүеңә бер нисек тә бәйле түгел.
- Ғариза яҙыусы 18 мартта илдең ҡайһы һайлау участкаһында тауыш бирергә йыйыныуын күрһәтергә тейешме? Һайлау көнөндә үҙең барасаҡ ерҙәге һайлау участкаһы номерын һәм уның адресын ҡайҙан белмәк кәрәк? Мин, Красноусол ауы-
лы кешеһе, тауыш биреү көнөндә Өфөлә булам икән, ти, ундағы һайлау участкаһы номерын һәм уның адресын ҡайҙан беләйем?
- Бының ике юлы бар. Уның тәүгеһен үҙаллы эшләп була. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында "ТИК и УИК на карте России” исемле һылтанма бар һәм ошо һылтанма аша интерактив картаға юлығаһың. Ошо картала территориаль һәм участка һайлау комиссияларының урынланышы күрһәтелгән. Картаны асҡанда был бит ҡулланыусынан уның ҡайҙа урынлашҡан урынын һорай. Шунан һуң программа яҡындағы һайлау участкаһының урынын билдәләй. Әгәр ҙә "ТИК” билдәһе буйынса берләшмәгә баҫаһың икән, һине тауыш биреү көнөндә ҡайһы һайлау участкаһының һайлаусылар исемлегенә индереү буйынса "комиссия” бәйләнешендә мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Илдең башҡа төбәктәрендәге Территориаль һәм участка һайлау комиссияларының адрестарын бүлектең эҙләү системаһы аша табырға була.
Бынан тыш Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында Һорау-мәғлүмәт үҙәге эшләй. Һорау-мәғлүмәт үҙәгенә күп каналлы телефон аша бушлай шылтыратып мөрәжәғәт итергә була. Тел.: 8-800-707-2018, (+7495) 727-2018. Шылтыратҡан осраҡта элемтә операторына тауыш биреү көнөндә һин буласаҡ участка һайлау комиссияһының адресын әйтергә кәрәк. Ошо адрес буйынса һине тауыш биреү өсөн һайлаусылар исемлегенә индерәсәктәр. Һорау-мәғлүмәт үҙәгенә шылтыратып комиссияларҙың телефон номерҙарын, адрестарын һорап алырға була. Шулай уҡ барлыҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында – http://baskortostan.izbirkom.ru/ урынлаштырылған.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
С.ТИМЕРОВ әңгәмәләште.