Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы
09 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһыАуырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика бүлеге хәбәр итеүенсә, әлеге кµнгә ра-йонда 2 янғын (үткән йылда - 2), 2 кешенең үлем (2) һәм 1 кешенең (0) зыян күреү осрағы теркәлгән. Янғын килтергән зыян күләме 500 мең һум тәшкил иткән.
Республика хµкүмәтенең 2016 йылдың 9 авгусында ҡабул ителгән "Айырым категория граждандар йәшәгән урындарҙы автономлы янғын  иҫкәртеү ҡоролмаһы менән тәьмин итеү µсµн µҫтәлмә социаль ярҙам саралары тураһында” ҡарарына ярашлы, республикала 2016 йылдан бирле күп балалы ғаиләләр, оло кешеләр йәшәгән йорттарға ошондай ҡоролмалар ҡуйыла башланы. Балалы ғаиләләргә янғын иҫкәртеүсе ҡоролма "Балаларҙы янғындан һаҡлайыҡ” респуб-лика мәғлүмәт-профилактика акцияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Был ҡоролмалар йорттоң түшәменә ҡуйыла һәм янғындың билдәле концентрацияһына тәьҫир итә. Уның эсендә автономлы туйындырыу сығанағы һәм янғын тураһында хәбәр итеү µсµн кәрәкле бµтә яйланмалар ҙа бар. Ҡоролманы ҡулланыу бик ябай, уны һәр кем һатып алып, инструкцияһы менән танышҡандан һуң, үҙ аллы урынлаштыра ала. Янғын сыҡҡан осраҡта бинала тµтµн барлыҡҡа килә һәм ул µҫкә күтәрелеп, иҫкәртеү ҡоролмаһына эләгә, һµҙµмтәлә, ул кешеләрҙе иҫкәртеүсе кµслµ тауыш сығара. 75 децибелдан да кәм булмаған (ғәҙәттә, 85 – 110 дБ) был тауыштың кµсµ йоҡлап ятҡан кешене уята. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡоролманың туйындырыу сығанағын алмаштырырға, оптик-электрон тапшырғыслы камераһына ултырған саңды һµртµп торорға кәрәк.
Автономлы янғын иҫкәртеүсе  – һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе бик кәрәкле, шул уҡ ваҡытта арзанлы (етештереүсеһенә ҡарап 250-900 һум) ҡоролма. 2017 йылда район биләмәһендә 511, быйыл 307 ошондай ҡоролма урынлаштырылған һәм был мµһим эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Илгиз АРДАШИРОВ,
Ауырғазы район-ара күҙәтеү һәм профилактика бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры.