АвтАвтономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын файҙаланыу тәртибеономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын файҙаланыу тәртибе
09 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

АвтАвтономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын файҙаланыу тәртибеономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын файҙаланыу тәртибеҠоролма янғын (төтөн) тураһында иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән.
Ул торлаҡ йорттар түшәмендә яҡтыртыу ҡоролмаларынан 1 метрҙан ашыу һәм стенанан 0,5 метрҙан йырағыраҡ арауыҡта ҡуйыла. Ҡоролмалағы ҡыҙыл төҫ менән янып-һүнеп торған индикатор уның төҙөклөгөн һәм дежур режимда эшләүен күрһәтә.  
Янғын (төтөн) булғанда, ҡоролма иҫкәртеүсе өҙөк-өҙөк тауыш сығара һәм ҡыҙыл төҫ менән яна.
Төтөн сыҡҡанда йорт хужаһына уның сығанағын бөтөргәндән һуң, ҡоролманың тауышы туҡтаһын өсөн, бүлмәне елләтергә кәрәк.
Янғын осрағында:
кисекмәҫтән янғын тураһында "01” телефоны аша хәбәр итегеҙ (фамилияғыҙҙы, янғындың адресын һәм урынын, йортта кешеләрҙең бармы-юҡмы икәнлеген әйтегеҙ);  
янғын һүндереүселәр килгәнсе йорттан кешеләрҙе, ҡиммәтле әйберҙәрҙе сығарыу һәм янғынды һүндереү сараларын күрегеҙ.
Ҡоролма һәр 30 секунд һайын өҙөк-өҙөк ҡыҫҡа тауыш сығарһа, уның туҡланыу сығанағын алыштырырға кәрәк.
Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын үҙ аллы һүтеү, уны 220 В-лы туйындырыу сығанағына тоташтырыу, буяу, аҡлау һәм обойҙар менән йәбештереү, кәрәкмәгәндә урынынан алыу тыйыла.