Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
13 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены бирелгән Миңлеғәле Миңлебай улы Заһиҙуллиндың (1.09.1960 – 3.06.1982) яҡты иҫтәлегенә
(ҡыҫҡартып баҫылды)
Уҫман, Өфө, Сермән,
Афғанстан...
Йырҙағылай киткән юл башы...
"Ҡайҙа ғына бармай,
ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы”.
Малай саҡта илап китһә лә ул,
Даны ҡайтты батыр ир булып.
Дошманға ташланған
ыласындай,
Ҡалҡан кеүек күкрәген ҡуйып.
*     *     *
Нәбирә ауырып донъя ҡуйғас,
Ике бала ҡала яңғыҙы.
Миңлеғәле менән Минияздың
Уй етмәҫлек була ҡайғыһы.
Ҡараусыһыҙ ҡалған сабыйҙарға
Бер әмәл юҡ өйҙә ҡалырға.
Һәр бер ғаиләлә күмәк бала,
Йөрьәт итмәй бер кем алырға.
Етемдәрҙең алдағы яҙмышын
Колхоз идараһы хәл итә.
Өфөләге балалар йортона
Алып барырға ҡарар итә.
Өфөнән һуң Сермән мәктәбендә
Уҡыуҙарын дауам итәләр.
Тәбиғәте, кешеләре яҡын,
Тыуған ауыл кеүек күрәләр.
Миңлеғәле уҡыу тамамлағас,
Магнитогорскиға юл ала.
Училище бөтөп, һөнәр алып,
Үҙ аллы тормошҡа юл һала.
*     *     *
Панджер уйһыулығы тарлауығы
Әхмәт-шаһ көстәре ҡулында.
Күп юғалтыуҙарға дусар була
Совет ғәскәрҙәре юлында.
Разведка буйынса мәғлүм була
Әхмәт-шаһтың килеп төшөрө.
Аэродромдан киң йәйелдереп,
Ҙур көс менән һөжүм итере.
Полк командиры Арутюнян
Барыһын да йыйып хәл итә.
Әхмәт-шаһтың килеп төшөүенә
Һөжүм башларға ҡарар итә.
БМП-лар юғары тиҙлектә
Панджер үҙәненә китәләр.
Барлыҡ көстө
шунда йәйелдереп,
Дошман төшөүен көтәләр.
Юҡ, бер самолет, вертолет та
Аэродромға ул көн төшмәгән.
Әллә ялған булғанмы мәғлүмәт,
Дошман әллә белеп килмәгән.
Эйе, белгән Әхмәт-шаһ
барыһын,
Разведка хәбәрен тыңлаған.
Һан яғынан артыҡ көскә ҡаршы
Үҙ ғәскәрен алып сыҡмаған.
*     *     *
...Совет ғәскәрҙәре
ҙур көс туплап,
Яңынан һөжүмгә ташлана.
Ҡарамунджал аэродромында
Үлемесле алыш башлана.
Бар яҡтан да ҡамап аэродромды
Ҙур көс менән һөжүм итәләр.
Таһыллыҡ һәм ҡыйыулыҡ
 күрһәтеп,
Десантсылар бәреп инәләр.
Антон Сидоровтың һалдаттары
Алға үтеп, ҡыҙыу алыша.
Дошман ҡыҫырыҡлай
башлағанда
Каменков ярҙамға ашыға.
Икенсе һәм өсөнсө взводтың
Ярҙамы бик ваҡытлы килә.
Ҡарамунджал аэродромында
Мөжәһидтәр тар-мар ителә.
Сигенергә мәжбүр була
дошман,
Күп мөжәһид әсир бирелә.
Мәмерйәнән хәбәр итеп ятҡан
Разведчиктар бары беленә.
Мәмерйә эсенән күҙәткәндә
Бар тирә-яҡ асыҡ күренә.
Юҡҡамы ни мөжәһидтәр алдан
Урынлашҡан тауҙың үренә.
*     *     *
Әхтәмов, Пахомов һәм
Кужбаков!
Сөмбаев! Алға, минең арттан!
Шулай әмер бирә Заһиҙуллин,
Менеп китә үҙе иң алдан.
Һайлап ала ҡыйыу Әхтәмовты,
Кужбаковты – етеҙ үзбәкте.
Рус егете Сергей Пахомовты,
Ҡаҙырбай Сөмбаев – ҡаҙаҡты.
Ай-һай, ауыр үргә артылыуы,
Мәмерйәнән төбәп ут яуа.
Биш ыласын
барлыҡ көсөн йыйып,
Мәмерйәгә таба уҡтала.
Миңлеғәле дүрт һалдаты менән
Инеп китә ҡаршы атышҡа.
Биш мөжәһидте атып өлгөрә,
Бишеһе лә ауа алышта.
Ҡалған дүртәүһе ҡотола алмай,
Ярҙам килеп етә урынлы.
Юҡ ителә үлем килтереүсе
Дошмандың күҙәтеү урыны.
Миңлеғәле, һин ҡайҙа?
Яуап бир!
Өшөттөрә шомло һалҡынлыҡ.
Альберт Закаринға яҡташының
Яуабы юҡ – бары тик тынлыҡ.
Чечен, үзбәк, ҡаҙаҡ, рус егете
Иптәш, яуҙаш булған
 башҡортҡа.
Ил ҡушҡанды
намыҫ менән үтәп,
Ауғандар аяуһыҙ алышта.
...Ун дүрт мең дә ...нсе
Сермәндәге бер ҡәбер ташы.
Ҡайҙа ғына ятмай,
 ҡорбан булған
Егеткәйҙәрҙең ғәзиз башы.
Нәжибә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Салауат ҡалаһы.
 (Тыумышы менән
Уҫман ауылынан).