Һөйөү – ғүмерҙең саф алтыны, алмай уны йылдар ялҡыны
13 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Һөйөү – ғүмерҙең саф алтыны, алмай уны йылдар ялҡыныЙәш сағында мөхәббәт ғазаптарын кисермәгән егет-ҡыҙ бармы икән? Мөхәббәт һүҙен ишетеү менән бик алыҫта ҡалған үҫмер йылдарым аҡ томандай булып күҙ алдыма килә.
Эй, мөхәббәт, бейек  тауҙарға, сикһеҙ офоҡтарға, тәрән диңгеҙҙәргә, сәскәле болондарға тиңләр инем мин һине. Кешелек тарихында донъя сәнғәтенең иң яҡшы әҫәрҙәрен тыуҙырыуға рухландырыусы көс һин, мөхәббәт, легенда һәм йырҙарҙа һине данлап, маҡтап телгә алалар. Һин әҙәм затын берсә ғазап утында яндыраһың, берсә батырлыҡҡа, изгелеккә өндәйһең, күңелдә яуызлыҡҡа, насарлыҡҡа урын ҡалмайҙыр ул. Әҙәм балаһын бөйөк еңеүҙәргә әйҙәүсе көс тә һин. Һинең алдыңда буйһонмаған, сихри ҡөҙрәтеңә табынмаған кем бар икән? Кеше ғүмеренең сәскәле яҙы, иң гүзәл миҙгеле – йәшлек, күңелдәрҙә яңы бөрөләнеп кенә килгән таң ысығы һымаҡ саф тойғоларға хыянат итеүҙе лә яратмайһың һин, мөхәббәт. Ғашиҡ булыу – күңелгә дәрт, көс өҫтәп, батырлыҡҡа илтә, тормош матурлығын аңларға, үҙ яҡындарыңа (ата-әсәгә) һәм башҡа туғандарыңа мәрхәмәтле булырға күңелдә изге тойғолар уятаһың, маҡсаттарға ирешеү өсөн көрәшергә, ауырлыҡтарҙы еңергә өндәйһең һин, мөхәббәт.
Күптәрҙе бәхетле итеүсе, хаталарҙы, хыянатты күрә алмаусы ла һин, мөхәббәт. Тормош диңгеҙендә дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн дә кәрәк һин. Һөйөү, ғашиҡ булыу – изге нәмә, ул бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, юғары, мөғжизәләр тыуҙырыуға ярҙам итә.
Донъялағы бөтә матурлыҡ та һинән яралған бит, мөхәббәт. Ләкин һуңғы йылдарҙа саф мөхәббәт һүҙе төҫһөҙләнә, үҙенең исемен, дәрәжәһен юғалта барған кеүек. Хәҙерге заман йәштәре Интернетта бер-ике осрашып танышыу менән гражданлыҡ никахы тип, тиҙ генә бергәләшеп йәшәй башлайҙар. Бындай тормош тиҙ тарҡала. Юҡ-бар сәбәптәр табып, рух көсө нығып етмәгәндәр мөхәббәткә еңел ҡарай, был бит һинең ғүмерлек яҙмышың.
Бөгөн димләү, яусылау һөҙөмтәһендә
донъя ҡороусылар бик һирәк осрай. Йәштәр ғәҙәттә бер-береһен һөйөп ҡауыша, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында бәхетле йәшәп китә алмай, берәүҙәр бер-береһен аңламаһа, икенселәр араһына ингән нахаҡ һүҙҙәр - бер-береһен рәнйетеү арҡаһында тормоштары боҙола.  Һөҙөмтәлә, балалар етем үҫә. Ошондай ваҡытта көслө рухлы булып, ғәфү үтенешеп, мөхәббәтте һаҡлап ҡалырға кәрәктер ул.
Был ғүмерҙең әҙәм балаһына бер генә килгәнен аңлап:
Ап-аҡ һөйөүҙе таплама берүк,
Изге хистәрҙе таптама берүк,
Ташлама мине, ташлама, бәғерем,
Ташлама берүк! – тип әйтке килә.
Йәшлектәге үкенесле, ғазаплы уйҙар һин, мөхәббәт. Күңелдәрҙә көҙгө ҡыр кеүек моңһоу бушлыҡ ҡалдырыусы ул һин, мөхәббәт. Ә шулай ҙа тыуған илеңә, халҡыңа, ата-әсәңә һәм яҡын туғандарыңа булған һөйөү иң көслөһөлөр ул.
Хәҙерге заманда мөхәббәттең "м” хәрефе лә булмаған ҡайһы бер ҡыҙҙар байлыҡ, аҡса, затлы йыһазлы фатирҙарға алданып, хатта атаһы йәшендәге ир-егеттәргә "кейәүгә сығып”, сит илгә китәләр. Бәғзеләре алдатҡыс ялтырауыҡтар, буш вәғәҙәләргә ышанып, үҙен ныҡ кәмһетә һәм үҙенә тиң булмаған бизнесмендар менән йәшәй, уртаҡ балаһын бүлешә алмай, үҙ иленә кире ҡайтыу өсөн күпме ғазаптар кисерергә тура килә был ҡыҙ балаға. Шуға ла алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ тигәндәр бит. Элгәре ата-бабаларыбыҙ никахлашыу өсөн егет һәм ҡыҙҙың ете быуын нәҫелен тикшереп биреп-алғандар. Ә сит-яттарға ышанып ғаилә ҡорғандар бәхетһеҙ һәм ғүмерһеҙ була.  Уны телевизорҙан күрһәтеп, йәштәргә аңлатыуҙар ҙа алып баралар бит.
Үҙ милләтең менән парлашып, үҙ илеңә хеҙмәт итеп, матур ғына тормош юлы үтеп тә, тормошта үкенестәр, хаталар була әле ул, сөнки тормош бик ҡатмарлы һәм ауыр бит ул.
Йәшлек хаталандыра, шуға ла мәктәп программаһында мөхәббәт, тормош ҡороуға әҙерлек тураһында дәрес булдырылһа ине, сөнки хәҙерге заманда 14-15 йәшлек ҡыҙ балалар сабый ғына көйөнә әсәй булып тормош башлайҙар. Улар үҙҙәре лә балалыҡтан сығып етмәйенсә сабыйын тәрбиәләп үҫтерә аламы ла, тормош юлында осраған кәртәләрҙе үтә аламы? Мөхәббәт һүҙе матур, уны саф килеш һаҡлай ҙа белергә кәрәк. Ә шулай ҙа, әллә төпһөҙ даръя микән, мөхәббәт тигәндәре? Даръяла батып юғалмаҫҡа, тормош карабына дөрөҫ йүнәлеш алырға кәрәктер ул.
Әминә ВАХИТОВА.
Өфө ҡалаһы.