Сталинград һуғышына арналды
13 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Сталинград һуғышына арналды2 февралдә ил буйынса "Сталинград һуғышы” тип аталған Бөтә Рәсәй тарихи квесы үтте. Район ирекмәндәре лә был мөһим саранан ситтә ҡалманы.
Ошо көндә Красноусолдағы 2-се мәктәптә "Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһының район бүлексәһе ағзалары координаторҙары Гөлназ Мирхәйҙәрова етәкселегендә квест ойошторҙо. 6 этаптан торған фәһемле лә, мауыҡтырғыс та һынау-ярышта Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1-се һәм 2-се мәктәптәр командалары ҡатнашты. Һәр этапта уҡыусыларға тарихи ваҡиғаларға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһындағы белемдәренә нигеҙләнгән һорауҙар, яу яланында килеп тыуған ниндәй ҙә булһа хәлдән сығыу юлдарын табыу кеүек эштәр бирелде. Квест башланғанда командаларға фотоальбомдар һәм бер ветерандың фотоһүрәттәре, иҫтәлектәре таратылды. Уйын барышында уҡыусылар уларҙан альбом төҙөнө. Шулай уҡ ҡул аҫтында булған материалдарҙан дошмандар шартлатҡан "күперҙе” тергеҙҙе, носилка яһап, алышта яраланған "һалдатты” алып сыҡты, һуғыштағы төрлө тауыштарҙы (самолет, пулемет, шартлау һ.б.) билдәләне, бәйле ҡулдар менән ҡағыҙҙан самолеттар эшләне.
Бөтә этаптарҙа алынған билдәләргә ҡарап еңеүсе командалар билдәләнде – 1-се урынға Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 2-сегә 2-се мәктәп, 3-сө урынға 1-се мәктәп уҡыусылары лайыҡ булды. Уларға Өфө ҡалаһында урынлашҡан "Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһының төп штабының Дипломдары тапшырылды. Уҡыусыларҙы йыл һуҙымында үтәсәк бындай уйындарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы ойоштороусылар.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.