Йәштәр форумы
13 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Йәштәр форумыКүптән түгел Красноусолда Йәштәр белем биреү форумы үтте. Районда тәүге тапҡыр ойошторолған сараға республика һәм илебеҙҙең юғары уҡыу йорттары студенттары һәм буласаҡ абитуриенттары йыйылды.
Форумдың төп ойоштороусылары – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы (яуаплы – Альбина Ғәзизова) һәм район йәштәренең Яҡташтар берекмәһе. Уны үткәреүҙә республиканың "Йәш яҡташтар берекмәһе” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы ла ярҙам иткән.
Сарала йәштәр өсөн фәһемле лекция-лар уҡылды, "түңәрәк өҫтәл”, дискуссия, уйындар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторолдо. Мәҫәлән, "Workout Bashkortostan” башҡорт проекты кураторҙарының береһе Роберт Дәүләтшин "Хыялдарҙы нисек маҡсатҡа әйләндерергә һәм уларға өлгәшергә” тигән темаға лекция менән сығыш яһаны. Физкультураны сәнғәт кимәленә күтәреп популярлаштырыуға ҡоролған был йүнәлеш йәштәр араһында киң таралған. Республикала ир-егеттәр көс-таһыллыҡтарын күрһәтеп, турникта ҡатмарлы күнегеүҙәр, трюктар башҡарған фестивалдәр йыш үтә. Йәштәрҙе насар ғәҙәттәрҙән арындырып, иғтибарҙарын сәләмәт йәшәү рәүешенә, физик күнекмәләргә йүнәлткән воркауттарҙы бөтә ауыл-ҡалаларҙа ла үткәрергә мөмкин.
Рәсәй йәштәре союзы проект-тары етәксеһе Анна Лехмустың социаль темаға арналған лекцияһы ла йыйылыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Оҫталыҡ дәрестәренән һуң, йәмәғәт ойошмалары, район хакимиәте һәм ҡунаҡтар йәштәр мөхите, егет һәм ҡыҙҙарҙың ижтимағи тормошта ҡатнашыуы тураһында һөйләшеүгә ҡоролған "түңәрәк өҫтәл” булды.
Форумдың төп өлөшө "Йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре” тигән темаға дискуссия менән тамамланды. Уның барышында республиканың йәштәр яҡташтар берекмәләре ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Байрас Азаматов һәм яҡташыбыҙ, райондың йәш депутаттар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Иван Соколов сығыш яһаны.
Ваҡиғаларға бай көн аҙағында, сараны ябыу өлөшөндә йәштәр форумының һөҙөмтәләре иғлан ителде. Шулай итеп, тәҡдим ителгән 7 проекттың өсәүһе - "Экология”, "Спорт”, "Ирекмәнлек” номинацияларында Дипломдарға лайыҡ булды. Форумда Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм уны тамамлап төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар әүҙем ҡатнашты. Шундайҙарҙың береһе – Мәскәү ҡалаһында И.М.Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетының 2-се курс студенты Ильмира Зәйнетдинова форум тәьҫораттары менән уртаҡлашты. "Студенттарҙың ниндәй уй-хыялдар менән йәшәүе, республика, ил тормошонда, төрлө проекттарҙа ҡатнашыуы тураһында белеү бигерәк тә фәһемле булды. Йәштәребеҙ бик әүҙем, һәр ваҡыт яңынан-яңы саралар уйлап сығарып ҡына тора. Беҙгә берҙәм булып, бергә эшләргә кәрәктер, тип уйлайым. Үҙем "Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” ағзаһымын. 2 йыл элек был миңә яңы урында тиҙерәк өйрәнергә булышлыҡ итте. Ҡайҙа ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, яҡташтарҙың бер-береһенә ярҙам итеүе һәйбәт күренеш, әлбиттә. Даими үтеп торған осрашыуҙарҙа үҙ телебеҙҙә аралашыуыбыҙ, үҙ йолаларыбыҙҙы онотмауыбыҙ тыуған яҡ менән бәйләнеште тағы ла нығыта. Бөгөнгө форумда ижтимағи хәрәкәттәр етәкселәренән күп нәмәгә өйрәндек, республикала уҙғарылған саралар, киләсәктә беҙгә ниндәй өмөттәр бағлауҙары тураһында белдек. Һуңғы яңылыҡтар һәм йүнәлештәр хаҡында хәбәрҙар булырға мөмкинлек биргән форумды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ”, - тине И.Зәйнетдинова. Уның һүҙҙәрен йәштәр хуплап ҡаршыланы һәм ошондай сараларҙа артабан да ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Г.СИРАЕВА.