Яуҙа сыныҡҡан һалдат
22 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Яуҙа сыныҡҡан һалдат 
Был кешеләр, тормоштоң иң аяныслыһын үҙ күҙҙәре менән күреп-кисерһә лә, үткәндәре хаҡында һөйләргә яратмай. Утлы-ҡанлы алышты үткән батыр йөрәклеләрҙең бар теләге – бындай ҡурҡыныс бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ҡабатланмаһын. Тыныслыҡты иң ҙур бәхет күргән был кешеләр – Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан һалдаттар.
Сәйетбаба ауылы биләмәһенә ҡараған Туғай ауылында йәшәүсе Рифат Иғзаҡов хәрби хеҙмәткә 1995 йылдың декабрендә саҡырыла. Башҡортостандан үҙе һымаҡ йөҙләгән егет менән Алыҫ Көнсығышҡа юллана уларҙың эшелоны. Рифаттың хеҙмәте Эске ғәскәрҙәр сафында Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһында башлана. Армияға тиклем шофер һөнәренә уҡыған егет, хәрби хеҙмәттә лә машина йөрөтә. 1997 йылдың 1 августа ул хеҙмәт иткән ротанан 30-лаған һалдатты хәрби бәрелештәр барған Чечен Республикаһына ебәрәләр. Тәүҙә Моздок ҡалаһына, һуңынан Урус-Мартанға барып төшә улар. Бик күптәр кеүек үк, хеҙмәтенең был осоро тураһында һөйләргә яратмай Рифат. Хәрби бурысын лайыҡлы үтәүе, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуы хаҡында командирының характеристикаһынан уҡып белергә була. Унда ошондай юлдар бар: "Рядовой Рифат Иғзаҡов хәрби әҙерлекте яҡшы үҙләштерә. Устав талаптарын теүәл үтәй. Иптәштәре араһында абруйлы, тыныс холоҡло, иғтибарлы, инициативалы, өлкәндәргә ҡарата итәғәтле. Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.” Урус-Мартанда 4 ай булғандан һуң, хеҙмәтен Благовещенск ҡалаһында дауам итә. Ысынлап та, ғаиләһендә матур тәрбиә алған егет тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, 1997 йылдың ма-йында "Хеҙмәттә уңыштары өсөн” билдәһе менән бүләкләнә.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Рифат "Йондоҙ” колхозында шофер булып эшләй. 2003 йылда Сәйетбаба ауылы һылыуы Гөлнур менән өйләнешәләр. Бер нисә йылдан тырыш, уңған йәш ғаилә үҙ көстәре менән 8х13 м ҙурлығында иркен йорт һалып инә. Татыу ғаиләлә 2 ҡыҙ –  Алһыу менән Айһылыу үҫеп килә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен алған Гөлнур бына 14 йыл инде аҙыҡ-түлек магазины һатыусыһы булып эшләй. Колхоздар тарҡалғас, ауылда эш юҡ тип аптырап тормай Рифат – шәхси хужалығында мал һанын арттыра. Әле улар 9 баш ат, 5 һыйыр, 15 баш һарыҡ, бихисап ҡош-ҡорт аҫрай, 3 баш бал ҡорто умарталары ла бар. "Йыл һайын 60-лаған ҡаҙ үҫтерәбеҙ. Көҙөн уларҙы һуйып һатабыҙ. Һыйыр, ат итен, Рифат үҙе әҙерләгән ҡаҙылыҡты  һораусылар күп була. Мин көнө буйы эштә, бар хужалыҡ мәшәҡәттәре Рифаттың иңендә,” – тип тормош иптәшен маҡтап алды Гөлнур. Ишле малды ҡарау өсөн "Беларусь” һатып алғандар, йомош-юлға йөрөргә 2 еңел машиналары бар. Бына шулай матур итеп донъя ҡороп, ғаиләһенең ныҡлы терәге булып йәшәй хәрби бәрелештәр юлын үткән Ватан һаҡсыһы Рифат Иғзаҡов.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.