Иман яҡтыртҡан юлдан
07 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Ғүмер буйы Ҡарағай ауылында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡансы "Еҙем” колхозында баш бухгалтер булып эшләгән Флүзә Вахитова тураһында һүҙем.
Күптән түгел 60 йәшлек юбилейын билдәләгән Флүзә апай, бер аҙ донъя мәшәҡәттәренән арынғас, иман юлына баҫты. Красноусолдан Альмира хажиә Ғөбәйҙуллина менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, Татарстандағы Аҡмәсеткә уҡырға керҙе. Әле 2-се курсты тамамланы ла инде. Көн һайын доғаларын, 5 ваҡыт намаҙын уҡып тора.
Ҡарағай ауылында йәшәүсе улы Рөстәм Вахитов бик күркәм йорт һалып керҙе. Ҡатыны Гөлнара менән 2 бала үҫтерәләр һәм өсөнсөгә атай-әсәй булырға әҙерләнәләр. Ошо йортта Флүзә апай Ҡөрьән уҡытты. Усолканан Илһам хәҙрәт һәм Альмира, Таңһылыу, Наилә, Суфия, Миңниә абыстайҙар килделәр. Илһам хәҙрәт тәүҙә фәһемле итеп вәғәз һөйләне, Ҡөрьән уҡыны. Абыстайҙар Аллаһы Тәғәләнең барлығы һәм берлеге, дин ҡануниәттәре, дингә килеү тураһында аңлатып үтте. Уларҙың һөйләүҙәре күңелдәребеҙгә еңеллек, йөрәктәребеҙгә ихласлыҡ бирҙе.
Флүзә апай өҫтәл тултырып һый-хөрмәт әҙерләгән. Уны тыуған көнө менән ҡотлап, изге теләктәр еткерҙек. Яҡшы әсәй Флүзә апай һәр балаһына ярҙам итә. Олоғайған 90 йәшкә етеп барған инәһен дә һуңғы юлға оҙатҡанға тиклем матур итеп ҡараны ул.
Бына шулай абыстайҙар менән тыуған көн бик матур үтте. Ҡайтыр ваҡыт еткәс, уңған хужабикәгә рәхмәттәр әйтеп таралыштыҡ.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.