Тормош – көрәш
07 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Тормош – көрәш  
Пенсионер тиһәләр ҙә,
Ҡартайғанһың, тиһәләр ҙә,
Беҙ шуға бик шат:
Әйткән һүҙҙәр, ҡылған эштәр
Була һәр саҡ хаҡ.
Харам аштар, ҡырын ҡылыҡ
Беҙгә хәҙер ят.
Аҡыл йыйып, фекер туплап
Йөрөйбөҙ яйлап.
Берен көйләп, берен сөйләп
Йөрөү беҙгә шарт.
Фитнес клубҡа йөрөйбөҙ –
Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ,
Тып баҫып йөрөп торабыҙ –
Насарлыҡты тап!
Тормош – көрәш, тырышабыҙ
Бар көстө туплап.
Нишләйһең бит, ҡайтып булмай
Йәшлеккә ҡабат.
18-ҙә кеүек күңел –
Үәт, шуға беҙ шат!
Рима РАФИҠОВА.