Алжир журналисы Ғафуриҙа
13 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Алжир журналисы ҒафуриҙаБилдәле булыуынса, илебеҙҙә 2018 йыл Ирекмәндәр йылы. Был турала Рәсәй Президенты В.В.Путин "Рәсәй ирекмәне” премияһын тапшырғанда: "Был һеҙҙең, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡаларға ярҙам итеүсе мәрхәмәтле кешеләрҙең йылы”, тип иғлан итте. Илдә йәмғиәткә файҙалы бик күп эштәр башҡарыусы, мохтаждарға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр һаны 7 миллионға яҡын иҫәпләнә.
Февраль башында Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә Алжир ирекмәне Рахим Хаддуш менән осрашыу үтте. Рахим Өфө ҡалаһының бер мәктәбенә инглиз теленән стажировкаға килгән. Был ҡыҙыҡлы осрашыуҙы рәсем һәм технология уҡытыусыһы Миңнира Шәйәхмәтова ике туған ағаһы, Башҡорт Википедияһының администраторы Зөфәр Сәлиховтың һорауы буйынса ойоштора. Миңнира Сәғит ҡыҙы ирекмәнде өйөндә ҡаршы ала, ҡунаҡ итә, М.Ғафури музейына, ауыл мәҙәниәт йортона, мәсеткә һәм мәктәпкә алып бара. Мәктәп директоры Ф.Х.Әбделмәнова ҡунаҡҡа Еҙем йылғаһына атта экскурсия ойошторҙо.
Осрашыу балаларҙы инглиз телендә йәнле аралашырға өйрәтеү, ирекмәнлек хәрәкәтенең әһәмиәтен аңлатыу өсөн үткәрелгән сарала 8-11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Рахим Хаддуш үҙ иленең йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, видео күрһәтте. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән инглиз телендә һорауҙар бирҙеләр һәм ошо уҡ телдә яуап алдылар. Уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы, тарих уҡытыусыһы А.Н.Хәбибуллин, инглиз теле уҡытыусыһы А.З.Ғайсина, рус теле уҡытыусыһы Ф.Р.Кәримова һәм математика уҡытыусыһы Г.Ф.Рәхмәтуллина һорауҙар бирҙе. Был осрашыуға килгән хаҡлы ялдағы инглиз теле уҡытыусыһы Нурия Ғәлим ҡыҙы Ғайсина, ҙур тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, Рахим Хаддуштың һүҙҙәрен тәржемә итеп кенә ҡалманы, балалар менән дә аралашты. Ирекмән уҡытыусылыҡ һәләте һәм кешелеклелеге менән барыһын да хайран ҡалдырҙы. Уҡыусылар уның менән бик тиҙ уртаҡ тел табып, иркен аралашты. Сара аҙағында Хаддуш рэп стилендә үҙе ижад иткән йырҙы башҡарҙы. Был бөтәһе өсөн дә көтөлмәгән матур бүләк булды.
Осрашыуҙан һуң ҡунаҡты башҡорт милли аштарынан әҙерләнгән төшкө аш менән һыйланылар. Өҫтәл артында ултырғанда Рахим Хаддуш осрашыу тәьҫораттары менән уртаҡлашып, балаларҙың ихлас, алсаҡ булыуҙарын әйтте. Ҡунаҡты оҙатҡанда Нурия Ғәлим ҡыҙы уға ҡыҙыҡлы осрашыу өсөн беҙҙең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ижадында һәм ирекмәнлек эшендә уңыштар теләне.
Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса
урынбаҫары.