Булдыҡлының эше уң
13 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Булдыҡлының эше уңҺүрәттә күргән был ғаилә менән осраҡлы ғына таныш булып сыҡтыҡ. Гөлназ һәм Ринат Молҡамановтарҙың ҡыҙы Рузалина минең ҡыҙым менән балалар баҡсаһында бер төркөмдә йөрөй. Улар бәләкәстәре менән саф башҡорт телендә аралашыуы миндә һоҡланыу уятты. Шуға ла йәш ғаилә менән яҡындан танышыу теләге уянды.
Йәш ғаиләгә Ғафури районында нигеҙ һалына. Гөлназ Юрмаштан булһа, Ринат Аҡташ ауылы егете. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән. Мәктәптә уҡығанда үҫмер егет тиҫтерҙәре менән йылға аша урынлашҡан ауыл клубына дискотекаға йөрөй. Шунда Гөлназ менән таныша ла инде. Араларында дуҫтарса мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Мәктәпте тамамлағас, Ринат Стәрлетамаҡҡа мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Табын коррекция мәктәп-интернатында музыка дәресенән уҡыта. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған белгесте мәҙәни сараларға йыш саҡыралар, бәйгеләрҙә ҡатнаша.
Аҙаҡ ике йәш пар өйләнешергә ҡарар итә.
- Башта Гөлназды ҡараштырып, һынап йөрөнөм. Миңә уҡып бөтөп, эшкә кереп, аяҡҡа баҫырға кәрәк ине. Алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп ауылда туй үткәреп, бергә йәшәй башланыҡ. Музыканттың аҡсаһы күп түгел, шуға ла, эш эҙләп, туғандар саҡырыуы буйынса Салауатҡа күсенеп килдек. 8-се торлаҡ идаралығына слесарь булып урынлаштым. Башта кеше фатирында йәшәнек, тора-бара эштән ваҡытлыса фатир бирҙеләр, - ти Ринат.
Гөлназ бер-бер артлы ул һәм ҡыҙ таба. Хәҙер Илназ һәм Рузалина балалар баҡсаһына йөрөй. Бер ай элек кенә йәш ғаилә ипотека юлы менән фатир ала. Ремонт эштәрен башҡарып, һәүетемсә генә йәшәп яталар. Ғаилә башлығы алдынғы хеҙмәте өсөн ҡала хакимиәтенән һәм эшенән бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Ә Гөлназ «Таңсулпан» ашханаһында ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләй. Киләсәктә ул торт, тәмлекәстәр бешереү менән шөғөлләнергә уйлай. Уңған ҡатын күҙҙең яуын алырлыҡ келәмдәр, түшәктәр ҙә бәйләй. Был ғына ла түгел, Гөлназ бисерҙан төрлө ағастар ҙа эшләргә оҫта. Эйе, булдыҡлының эше уң, тиҙәр. Йәштәр өйҙә генә ултырырға яратмай икән, аҙна һайын тиерлек ауылға ҡайтып, атай-әсәйҙәренә ярҙам итә. Тыуған тупраҡ һәр ваҡыт уларҙы үҙҙәренә тарта.
Гөлназдан, һеҙҙең өсөн ғаилә нигеҙе нимәлә ул, тип һорағас, бер аҙ уйлап торҙо ла:
- Бер-береңде аңлап йәшәүҙәлер, тип уйла-йым. Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Тик һөйгәнеңә ҡарата итәғәтле, ихтирамлы булған ғаилә бер ҡасан да һүнмәй. Һөйгән йәрең, балаларың, атай-әсәйең һау-сәләмәт булғанда, туғандарың имен йәшәгәндә генә тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыуы еңел. Ғөмүмән, тормош аҡылын атай-әсәйем өлгөһөнән алам. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атайым менән әсәйемдең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, беҙгә, йәғни балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.
Тәү ҡарашҡа Гөлназ һәм Ринат Молҡамановтар ғаиләһе башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай ҙа уларҙа башҡорт ғаиләһе асылы, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы, йәштәр айбарлығы сағыла. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине!
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.