Юғары исемгә лайыҡ булдыҡ
30 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

"Красноусол” шифаханаһында Ял үҙәге ижади коллективы көсө менән "Шифа” фольклор-эстрада төркөмө һәм "Красноусол” бейеү ансамбле барлыҡҡа килде. Улар төбәк конкурстары лауреаттары, ра-йон, республика сараларында әүҙем ҡатнашалар. Уларҙың сығыштары шифаханала ял итеүселәргә һәм ҡунаҡтарға байрам кәйефе бүләк итә.
"Шифа” төркөмө үҙенең бай репертуары, сағыу кос-тюмдары, ҡабатланмаҫлығы менән ял итеүселәр күңелен арбап ҡына ҡалмай, ә күрше республика кешеләренең көтөп алған ҡунаҡтары ла. Ә "Красноусол” бейеү ансамб-ле бейеүселәре республика конкурстарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Улар "Байыҡ” телевизион респуб-лика бейеү конкурсында Гран-при яуланы.
Ансамблдәр тормошонда тағы ла бер мөһим, ҡыуаныслы ваҡиға булды. БР Мәҙәниәт министрлығы ансамблдәрҙең икеһенә лә "Халыҡ” исеме бирҙе. Коллективтар был юғары исемдәргә халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙарын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн лайыҡ булдылар. Дипломдарҙы БР мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова тапшырҙы.
Коллективтарҙы юғары исем алыуҙары менән ҡотлайбыҙ!
Алһыу ҒИЛМАНОВА.