Ветерандарға – дөйөм хәстәрлек
29 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Ветерандарға – дөйөм хәстәрлек3 майҙа район Хакимиәтендә район ветерандарының VI пленумы булып үтте. Уның эшендә Муниципаль район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, ауылдарҙың беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәре, ветерандар эштәре буйынса Координацион совет ағзалары, хәрби бәрелештәр ветерандары, район Хеҙмәт һәм  халыҡты социаль яҡлау бүлеге, Пенсия фонды идаралығы, "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге" етәкселәре, район Хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм секторы мөдире һ.б. ҡатнашты.
Пленумда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны лайыҡлы уҙғарыу мәсьәләһе ҡаралды.
Башта йыйылыусылар алдында ра-йон ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова сығыш яһаны.
- Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны лайыҡлы уҙғарыу мәсьәләһе һәр ветеранды һәм ветерандар ойошмаларын борсой. Бөгөн яу юлы үткәндәрҙең иң кесеһе 90 йәш өҫтөндә, уларҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Республикала улар 6 меңдән ашыу булһа, районда иһә 32 генә ветераныбыҙ ҡалды, - тине Эльвира Әнүәр ҡыҙы. – Беҙ бөтәбеҙ ҙә: дәүләт, йәмәғәтселек, бөтә кимәлдәге ветерандар ойошмалары Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын бөтөн халыҡ байрамы, данлы һуғыш юлы үткән геройҙарҙы тәбрикләп, баш эйеү байрамы булып үтһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Хөкүмәт тарафынан һуғыш инвалидтары һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың, уларҙың тол ҡатындарының матди хәлен яҡшыртыу буйынса саралар күрелә. Улар иҫәбенә торлаҡ сертификаттары (беҙҙең районда 250 кеше алды) тапшырыу, бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләүҙәр, һәйбәт пенсия, йыл һайын диспансеризация, госпиталдә дауаланыу һәм башҡа хеҙмәттәр инә.
Юбилейға әҙерлек барышында музейҙар, хәрби дан мөйөштәренә смотр-конкурстар уҙғарырға, ра-йон гәзиттәрендә һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары хаҡындағы мәҡәләләрҙе йышыраҡ яҙырға, инвалидтарға һәм ололарға ярҙам итеү өсөн уҡыусыларҙың Тимурсылар һәм волонтерҙар хәрәкәтен үҫтерергә кәрәк, - тине сығыш яһаусы.
- Бөгөнгө көндә районда бөтәһе 7 меңдән ашыу ветеран-пенсионер йәшәй. Улар – һуғыш ветерандары, һуғышта ҡатнашыусылар, тыл ветерандары, хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары. Районда 52 беренсел ветерандар ойошмаһы иҫәпләнә.
Айырыуса хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары ойошмаһы рәйесе А.П.Мигуновҡа, афғансы-ветерандар ойошмаһы рәйесе М.Хәйруллинға, В.И.Герасимовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Районда уҙған патриотик сараларҙың береһе лә уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Чечен һуғышында ҡатнашҡан егеттәр ҙә иғтибар үҙәгендә; Савченко, Маркисовтар үҙҙәренең "чернобылселәре” хаҡында хәстәрлек күрә. Шулай уҡ һуғыш ветерандарынан В.Ә.Шәрипов, Р.М.Хөснөтдинов, Т.Х.Рәхимовтар әүҙемлектәре менән айырылалар.
Еңеү юбилейы алдынан беҙҙең маҡсат һәм бурыстарыбыҙ – еңеүселәр быуыны һәм ветеран-пенсионерҙарҙың тормоштарын яҡшыртыу өсөн барыһын да файҙаланыу. Урындарҙа яңғыҙ, ауырыу, оло кешеләрҙе хеҙмәтләндереү торошон ҡәтғи йәмәғәт контроле аҫтына алырға кәрәк. "Төпкөлдәге ветерандарға – бөтөн халыҡ иғтибары һәм хәстәрлеге” акцияһы дауам итә. Шулай уҡ "Ветеран ихатаһы” акцияһын башларға кәрәк, сөнки күп кенә ветерандар үҙҙәренең шәхси ихаталарында тырышып, йәштәргә өлгө күрһәтеп эшләйҙәр һәм уларға баҡсаларын һөрөүҙә, үҙҙәренән артҡан продукцияһын һатыуҙа ярҙам итергә кәрәк.
Еңеү юбилейына әҙерлек буйынса эшебеҙҙе планлаштырып, беҙ, тәү сиратта, фронтта еңеү яулаған һәм тылда еңеүҙе яҡынайтыуҙа бар көсөн һалып эшләгән фронт һәм тыл ветерандары хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, Еңеү еңел бирелмәүен балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләрҙәребеҙ белергә һәм донъяла тыныслыҡты һаҡларға кәрәклеген аңлап үҫергә тейештәр, -
тип тамамланы үҙенең сығышын Э.Мөлөкова.
Артабан хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары район ойошмаһы рәйесе Андрей Мигунов  Өфөлә үткән республика ветерандары пленумында ҡатнашыуы хаҡында һөйләп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Еҙем-Ҡаран ауылының беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе Мәүлиха Мәҡсүтованың сығышы фәһемле булды. Ул ойошма тарафынан башҡарылған эштәргә, ауылда үткән сараларға, хәл итәһе проблемаларға туҡталды.
Район Хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм секторы мөдире Лариса Дәүләтшина, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Рамазан Мөхәмәтшин, "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге” директоры Рәүилә Мөхәмәҙиева төрлө программалар, ветерандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә льготалар һ.б.-лар хаҡында бәйән итте. Район эске эштәр бүлеге ветерандар ойошмаһы рәйесе Марат Ҡунафин республика эске эштәр ветерандары советы делегацияһы составында Ҡазанға форумға барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне.
Сығыштарҙан һуң Красноусол ветерандар ойошмаһы рәйесе Валентин Суслов райондың ҙур мәктәптәрендә кадет кластары йәки төркөмдәре асыу, Рима Нафиҡова Еңеү байрамы көнөндә вафат булған ветерандарҙың фотоһүрәттәрен тотоп колонна буйлап йөрөүҙе ойоштороу, Үтәк ауылы ветерандар ойошмаһы рәйесе Әнүәр Арыҫланов Еңеү көнөндә байрамға килгән һуғыш ветерандарының һәр ҡайһыһына яуаплы кешеләрҙе тәғәйенләү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Ҡотлоғужа ауылы старостаһы Рәдиф Халиҡов һәр ауылда яуҙа һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл-обелискылар, һәр мәктәптә хәрби дан мөйөштәрен булдырыу, йәш быуын менән ветерандарҙың осрашыуҙарын уҙғарыу, Красноусолдан Мансур Хөснийәров волонтерҙар хәрәкәтен тергеҙеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
Фекер алышыуҙарҙы муниципаль район Советы секретары Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова йомғаҡлап ҡуйҙы. Ул ветерандар күтәреп сыҡҡан һорауҙарға яуап бирҙе, шулай уҡ үҙ теләктәрен дә еткерҙе.
Барлыҡ сығыштарҙан һуң, ветерандарҙың VI пленумы ҡарары уҡып ишеттерелде һәм бер тауыштан ҡабул ителде.
Пленумды йомғаҡлап, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова былтыр "Иң яҡшы беренсел ветерандар ойошмаһы” республика конкурсында ҡатнашҡан Аҡкүл ауылы беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе Галина Степановна Зайкинаны ҡотлап, Дип-лом тапшырып үтте.
Ошоноң менән VI пленум үҙ эшен йомғаҡланы.
Индира ИШКИНА.
Эльвира Мөлөкова Галина Зайкинаға Диплом тапшыра.