Ҡолаҡтарҙа һаман сыңлар еҙ ҡыңғырау моңдары
29 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы мәктәп тормошоноң иң сағыу, иҫтәлекле, күңелдәрҙә сихри тойғо уятып хәтерҙә мәңге ҡаласаҡ тарихи мәлелер. Мәктәп тамамлаусы уҡыусылар был көндө ун бер йыл һуҙымында икенсе тыуған йортҡа әйләнгән мәктәбе, уҡытыусылары, класташтары менән хушлашһа, тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инеүсе беренселәр серле белем донъяһына аяҡ баҫырға әҙерләнә.
Эйе, ҡанаттары нығынған ҡош балаларын ояла тотоу мөмкин булмағандай, сығарылыш класс уҡыусылары ла өмөтлө киңлеккә, бейеклеккә, яҡты киләсәккә ынтыла. Улары ла, беренселәр ҙә, әлбиттә, тулҡынланыу кисерә. Үзбәк мәктәбендә уҙасаҡ һуңғы ҡыңғырау тантанаһына килгән кескәйҙәрҙең дә, ана, шатлыҡ-ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан. Әйткәндәй, быйыл Үзбәк мәктәбендә беренсе класта 5 бала уҡыясаҡ. Уларға тәжрибәле педагог Эльвира Фәнис ҡыҙы Ғәйнуллина башланғыс белем бирәсәк.
Бынан алдағы 9-сыларҙың бөтәһе лә төрлө махсус уҡыу йорттарына уҡырға киткәнлектән, быйыл Үзбәк мәктәбендә 11-се класс бөтөнләй булманы. Туғыҙынсы класты иһә 18 уҡыусы тамамлай.
Сараны тантаналы асҡандан һуң тәүге һүҙ мәктәп директоры Рим Рәхимовҡа бирелде. Рим Әнүәр улы йыйылыусыларҙы мәктәп тормошо менән таныштырҙы, уҙған уҡыу йылы һуҙымындағы эшмәкәрлеккә байҡау яһаны, уҡыусыларҙы бөгөнгө байрам – һуңғы ҡыңғырау тантанаһы менән тәбрикләп, уларға киләсәктә уңыштар теләне.
- Дөйөм алғанда йыл һөҙөмтәле тамамланды, - тине ул. Мәктәп уҡыусылары район кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулаған. Бында айырыуса бөгөнгө 9-сы класты тамамлаусылар айырылып тора. Директор уларҙың бер нисәһенә Маҡтау грамотаһы тапшырҙы. Туғыҙынсыларҙың класс етәксеһе Ләлә Исмәғилева, уларҙы башланғыс кластарҙа уҡытҡан уҡытыусылары Рәшиҙә Ҡорбанғолова, Дилфиә Шәрипова, Әлфинә Шафиҡоваларҙың да әйтәһе һүҙҙәре күп ине. Шулай уҡ "Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге исеменән һүҙ алған Ринат Ғәйнуллин һәм район мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Латипованың да ҡотлауын, изге теләктәрен, фәһемле кәңәштәрен ихлас ҡабул итте уҡыусылар. Сараға ата-әсәләр, ветеран уҡытыусылар ҙа килгәйне. Уҡыусыларҙың моңло йырҙары байрам сараһын йәмләне, былай ҙа хисле күңелдәргә ҡанат ҡуйып, сихри бейеклеккә күтәрҙе.
Эйе, һуңғы ҡыңғырау сараһы мәктәптәрҙә йыл да уҙғарылһа ла, бер-береһен ҡабатламай. Яңы кисерештәр, онотолмаҫ иҫтәлектәр тыуа. Бына әлегеһе лә бик матур, күркәм уҙҙы.
Был иҫтәлекле көндә алған тәьҫораттар, кисерештәр уҡыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.
Фәрғәт ҒӘЛИН.