Бер нәмә лә күктән яумай әүҙем йәш лидер Рүзилә Юлыҡованың йәшәү девизы шулай
26 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Бер нәмә лә күктән яумай әүҙем йәш лидер Рүзилә Юлыҡованың йәшәү девизы шулайРүзилә Юлыҡова - Юлыҡ ауылы ҡыҙы. Юлыҡ мәктәбендә белем алып, артабан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Уны алтын миҙал менән бөтөргән ҡыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетының технология факультетына уҡырға инә һәм былтыр ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Һәр яҡтан килгән, әүҙем, булдыҡлы ҡыҙ университетта уҡығанда ла йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай.   Бында уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың эштәренән күргәҙмәләр ойоштора, уларҙа алып барыусы була, студенттар өсөн Өфө буйлап, Шихан тауына экскурсиялар ойоштора, мәҙәни йүнәлештәге студент клубтарының етәксеһе була, шулай уҡ факультет гәзитенең хәбәрсеһе булып та эшләй. Университет тормошонан тыш йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге менән айырылған талибә 1-се курста Ғафури йәштәре берлеге ағзаһы була. 2-се курста уҡығанда иһә ойоштороу һәләтле Рүзиләне Ғафури йәштәре берлеге рәйесе итеп һайлайҙар.
- Берлектең маҡсаты - төрлө мәҙәни, спорт һәм мәғариф саралары аша Ғафури йәштәрен берләштереү, уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеү. Ул саралар: волейбол, футбол, баскетбол ярыштары, концерттар, мәғариф форумдары, райондың билдәле, күренекле шәхестәре менән осрашыуҙар, квесттар һәм башҡалар. Беҙҙең берлек "Табын" яҡташтар ойошмаһы һәм уның рәйесе Рәйлә Рәшит ҡыҙы Урманшина менән әүҙем рәүештә бергә эшләй, күп сараларҙы бергә ойошторабыҙ.
Республикала беҙҙең райондыҡынан башҡа берлектәр ҙә бар. Шуларҙы берләштереүсе булып Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы тора. Ул ойошма эсендә берлектәр араһында спорт ярыштары ойошторола, республика кимәлендәге мәғариф форумдары үткәрелә, төрлө мәҙәни саралар булып тора. Ассоциация эшендә Ғафури йәштәре берлеге әүҙем ҡатнаша. Ғафури берлеге рәйесе булған ваҡытта үҙенсәлекле бер команда барлыҡҡа килде, был команда менән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек. Быйыл миңә Ғафури йәштәре берлеге рәйесе вазифаһын ҡалдырырға тура килде һәм рәйес итеп  аҡыллы, уңған Имәндәш ауылы ҡыҙы Әлиә Рәшитова һайланды. Әлеге мәлдә респуб-
лика кимәлендәге Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлап ҡуйҙылар, - ти Рүзилә Юлыҡова.
Инженер булып эшләп йөрөгән ҡыҙ быйыл йәштәр тренеры тигән һөнәр ала, төрлө тренингтар үткәреп, республикала формаль булмаған белем биреүҙе үҫтерергә теләге бар.     
- Үҙеңә рәхәт булһын өсөн генә йәшәүҙә мәғәнә күрмәйем. Донъяла шул тиклем дә күп эштәр бар. Беҙҙе, актив йәштәрҙе, ул эштәр көтә. Донъяны тулыһынса яулап булмаһа ла, ауылды, районды, республиканы яҡшыртырға тырышып була. Һәр береһе үҙенең өлкәһен һайлай: кемдер спорт яғына, кемдер мәҙәниәт, кемдер үҙен шәфҡәтлелеккә арнай һ.б. Мин инде үҙем өсөн формаль булмаған белемде үҫтереү, йәштәрҙе әүҙемлеккә әйҙәү, ғөмүмән, әүҙемлекте үҫтереү - минең өлкә тип күрәм, - ти ҡыҙ. - Йәштәрҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайым. Әүҙем булығыҙ, бер нәмә лә күктән төшмәйәсәк, тырышығыҙ, кешелекле булығыҙ. Донъя һине көтә, дуҫ! - йәштәр лидерының теләге шул.
Индира ИШКИНА.