Муллалар династияһы вәкиле
29 мая 2013 йыл | Йәмғиәт

Бәләкәй саҡта беҙҙең урамда бер йорт иғтибарҙы йәлеп итә торғайны. Әллә ни башҡаларынан айырмаһы ла юҡ кеүек, әммә унан нур бөркөлгәндәй, тәҙрә аша серле йылмайып аҡ йөҙлө бабай ҡарап ултыра. Әсәйем уны мулла бабай, тине. Хәҙер байтаҡ ваҡыт үтте, әммә мулла бабай һаман да күҙ алдымда. Ниһайәт, йылдар үткәс, аҡ йөҙлө бабайҙың тормош юлы менән яҡындан таныштым. Мулла бабайҙың ҡыҙҙары менән күрешергә тура килде. Рауза менән Зөһрә апай Өфөлә йәшәй. Уларҙың өлкән апалары Зәйтүнә инәй ҙә ҡунаҡҡа килгән. Фатир эсенә инеү менән ихласлыҡ балҡый. Бер аҙ аралашып, һөйләшеп алғас, ҡала мәшәҡәттәренән арынып, иркенләп ауылдаштарымдың хәтирәләренә сумдым.
Баҡтиһәң, Миңнур Сибәғәтулла улы Фәйзуллин муллалар династияһынан икән. Башҡортостандың үҙәк дәүләт тарихи архивы документтарында Өфө губернияһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе-Табын волосының Уҫман ауылында мәсет булыуы хаҡында мәғлүмәт теркәлгән һәм уларҙың руханиҙары - 1836 йылдың 8 майында указ менән Фәйзулла Юлдашбаев имам итеп тәғәйенләнгән. 1884 йылдың 30 ноябрендә иһә Фәйзулла Юлдашбаевтың улы Сибәғәтулла Фәйзуллинға имам-хатиб вазифаһы йөкмәтелә. 1920 йылдың 20 июлендә ауыл муллаһы итеп Зәйнулла Сибәғәтулла улы тәғәйенләнә. Зәйнулла Фәйзуллин - Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны. 1943 йылдың 22 февралендә Ростов өлкәһе Раздорная станцияһында һәләк була. Ауыл халҡы тормош мәшәҡәттәрен күтәреп, иманын юғалтмай йәшәй. Революция, Бөйөк Ватан һуғышы бөтә илде тетрәндерә, ауыл тормошона ла ярайһы эҙ ҡалдыра. Зәйнулла Фәйзуллиндан һуң ауылда байтаҡ ҡына муллалар алмашына. Ғүмәр Искәндәров васыяты буйынса ауыл халҡы Миңнур Фәйзуллинды мулла итеп таный. Сибәғәтулла Фәйзулла улының кесе улы артабан ауылда иман ҡотон һаҡлай.
Сибәғәтулла Фәйзуллин
Сибәғәтулла Фәйзулла улы Фәйзуллин 1856 йылда Уҫман ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән етем ҡала. Әсәһе яҡты донъянан китеп барғас, атаһы балалары тулы ғаиләлә үҫһен тип, Толпар ауылынан "ҡатай” әбейен алып ҡайта, үгәй әсәй, ҡыҙғанысҡа, балаларҙың үҙ әсәләрен алмаштыра алмай, бик уҫал була. Сибәғәтулланың ялан аяҡ һалҡын  ҡышта өшөүҙән ҡайҙа барырға  белмәй торған ваҡыттары бихисап. Күп ваҡытын ул мал ҡарап аҙбарҙа үткәрә. Ә ул замандағы аҙбар 2 ситән араһына һалам тығып эшләнгән. Көндәлек мәшәҡәттәрҙең күплегенә ҡарамаҫтан, үҫмер егет 13 йәшендә  тәһәрәтһеҙ  ергә  аяҡ  баҫмаған, 5 намаҙын да ҡалдырмаған. Хатта дөм ҡараңғыла Ҡөрьән аяттарын уҡығанда уға шәм дә кәрәкмәгән: ике беләгенән һәм йөҙөнән төндө яҡтыртып нур  балҡыған.
 Бер ваҡыт үҫмер иптәш егете менән май айында Мырҙаҡайға (Сәйетбаба  ауылына) кесаҙна  баҙарына  юллана.  Ялан аяҡ, башта - бүрек-эшләпә, йүгерә-шаяра китеп барғанда, уларҙың ҡаршыһына оҙон ҡара йылан сыға. Оҙаҡ уйлап тормай, шуҡ малай йыланды биленә бәйләй, ә башын йөрәк тәңгәленә һала. Баҙар халыҡ менән шығырым тулы. Тирә яҡ ауылдарҙан  таныш-тоноштар ҙа байтаҡ Сибәғәтулланың. Бер бабай егеттең эргәһенә килеп: "улым, бүрегеңде ҡулыңа алып алдыңа һуҙ, аҡса һалырҙар”, тип әйтеп китә. Аптырашта ҡалһа ла, баҙнат итмәй генә бүреген һона. Бер аҙҙан "был изге кеше”, тип сират һуҙыла. Йөрәк тәңгәленә башын һалған йыланды күреп, халыҡ уны фәрештә, тип ҡабул  итә. Һуңғы кеше аҡсаһын һалыу менән билдә иркенләп һуҙылған йылан юҡҡа сыға.
Бүрек аҡса менән тулы, тик Сибәғәтулла һанарға ашыҡмай. Өйгә ҡайтҡас барлап ҡараһа, баҡтиһәң, бер ат һатып алырлыҡ аҡса йыйған. Үҫмер үҙенә ат һатып алып, кешегә йөк ташып, тырышып-тырмашып йорт һала. Сания исемле ҡыҙға өйләнеп, тормош көтә башлай. Һашиға, Хөмәйрә, Зәйнулла исемле 3 балаға ғүмер биреп үҫтерәләр. Тик хәләленең сәләмәтлеге борсой, сиргә һабышып һуңғы йылдарҙа түшәктә ята. Ауылда үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙға иғтибар итә Сания. Ул Ерек ауылында йәшәгән әсәһенең ағаһы - бабаһы Салауат Сәлиховҡа  тәрбиәгә бирелгән. Сания үҙенең хәлен аңлап, ғаиләһенең киләсәген хәстәрләп, иренә "шул етем ҡыҙға өйлән”, ти. "Ул бит бигерәк йәш”, тип Сибәғәтулла ҡаршы тора. Ул ваҡытта Гөлфәйрузаға ни бары 14 йәш кенә була. Ҡыҙ баланы үҙҙәренә алып ҡайтып, Сания әбей уны 2 йыл үҙ ҡыҙылай ҡарап, эргәһендә генә йөрөтә. Бары тик 16 йәшендә генә Гөлфәйрузаны Сибәғәтулла менән никахлаштыралар. Сания әбей яҡты донъя менән хушлашҡас, уның балаларын Гөлфәйруза тәрбиәләй. Сибәғәтулла менән Гөлфәйрузаның үҙҙәренең балалары тыуа - Нәбирә, Кәримә, Рабиға, Шәмсинур, Сәмиғулла, Зәкәрйә, Миңнур, Миңлегөл. Ишле ғаиләнең йорттары әлеге мәктәп урынында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ике ҡапма-ҡаршы ҙур, күркәм йортта ихата тултырып мал аҫрағандар. Әллә күпме һыйыр, аттар, һарыҡтар, ҡош-ҡорттар - ишле ғаилә үҙ тырышлығы менән йәшәй. Йәй көнө мал ҡурала - йәйләүҙә аҫрала, ул хәҙер ҙә Фәйзулла утары тип атала. Фәйзуллиндарҙың ерҙәре лә күп булған, әммә хеҙмәтсе тотмағандар. Бәләкәйҙән балаларын эш һөйөргә, хеҙмәттең тәмен татырға өйрәтеп үҫтергән. Бар мөлкәт ғаилә менән табылған. Мохтаж ғаиләләргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша ауыл имамы.
Сибәғәтулла Фәйзулла улы Һәйроҡто буйында Ғәмилә туғайында (әлеге мәктәп артында) урынлашҡан ауыл халҡының иман йортон - атаһы һалған мәсетте яңыртҡан. Мәсет ауылдың нуры булып балҡыған, аҙан ҡысҡырғанда тирә-яғы, бөтә ауыл иман нурына күмелгән. Күркәм мәсет 1928 йылдарҙа донъялар буталып киткән осорҙа, яңыса йәшәү өсөн көрәшкән революционерҙар тарафынан емерелә һәм яндырыла.
Сибәғәтулла Фәйзуллин һәм Оло Үтәш ауылынан Хатип хәҙрәт Халиҡовты Зәйнулла ишан Рәсүлев хат ебәреп, Троицк өйәҙенә саҡырған. Ишан олатайыма беренсе килеп күрешкән һәм "Ауылың бәләкәй булһа ла, белемең камил, аңың ҡөҙрәтле, - тигән. - Һин имам түгел, мин һиңә ишан-хәҙрәт исемен тапшырырға саҡырҙым”,  тип урта буйлы,  ыҡсым кәүҙәле мулланы хуплай. Хатип Халиҡовтың иһә үҙ мәҙрәсәһе булған, тирә яғында бик күркәм кеше һаналған. Зәйнулла ишан уларға халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, иман юлынан атлап, халыҡты дөрөҫ юлда йәшәүгә йүнәлтергә кәңәш иткән.
Алһыу СУФИЯНОВА,
тележурналист.
(Дауамы бар).