Полиция үҙ-үҙен үлтергән
06 августа 2018 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостанда полицейскийҙың үлем осрағы буйынса тикшереү бара



Башҡортостандың Ҡыйғы районында полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы Альберт Зиннәтуллиндың кәүҙәһен тапҡандар.

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ир эш бүлмәһендә үҙ-үҙенә ҡул һалған, өҫтәүенә «барыһы ла ялҡытты» тигән яҙыу ҡалдырған. Башҡортостан Тәфтиш комитетында мәғлүмәтте раҫланылар.

«Мәйет табылыу осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла, барлыҡ сәбәптәр асыҡлана», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитеты төбәк тәфтиш идаралығы етәксеһенең киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Евгений Каневский. Мәрхүмдең ҡатыны һәм өс балаһы ҡалған.