Башҡортостандың Милли архивы тарихи документтарҙың күсмә күргәҙмәләрен ойоштора 1
08 августа 2018 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостандың Милли архивы тарихи документтарҙың күсмә күргәҙмәләрен ойоштора

Уҙған шәмбелә, 4 августа, Учалы районы Туңғатар ауылы янындағы матур яланда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Барын-табындар йыйыны» уҙҙы.

Байрам барышында Башҡортостандың Милли архивы «Архив документтарында — Учалы районы тарихы» темаһына күсмә күргәҙмә ойошторҙо. Унда ревизия яҙмалары, легендар полководец Муса Мортазиндың шәхси архивынан документтар, уҙған быуаттың 30-60-сы йылдарының партия һәм комсомолдың район комитеттары материалдары күсермәләре һәм «Табын», «Беҙ — табындар» китаптары ҡуйылғайны. Республика Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов күргәҙмәләге документтар һәм китаптар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.

Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев  Башҡортостандың  Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы етәкселегенә күсмә күргәҙмә ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Күргәҙмәгә бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта күптәргә билдәле булмаған документтар ҡуйылған. Уларҙың һәр береһендә халҡыбыҙ тарихы сағыла. Тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын яҡшы белергә тейешбеҙ — үткәнһеҙ киләсәк булмай», — тине район башлығы.

 

Нияз Сәлимов Туңғатар ауылы Советы хакимиәте башлығы Альмир Рәхмәтуллинға мәктәп музейы өсөн бер нисә документтың күсермәләрен тапшырҙы. Ауыл советы башлығы урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, яҙыусылар Спартак Ильясов, Әҡлимә Сафина һәм башҡаларҙың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте, Учалы районы тарихын һәм билдәле яҡташтарыбыҙ шәжәрәһен өйрәнеү эшенә индергән ҙур өлөшө хаҡында һөйләне.

«Тәжрибә республиканың баш ҡалаһынан ситтә ойошторған күсмә күргәҙмәләрҙең байтаҡ кешеләрҙе йәлеп итеүен күрһәтте. Быға аптырарға кәрәкмәй, сөнки Өфөләге ошондай күргәҙмәләргә күптәр бара алмай. Шуға күрә архив хеҙмәтенең был үҙенсәлекле проекты бик өмөтлө», —  тине Нияз Сәлимов.