Ҡымыҙ байрамы
20 августа 2018 йыл | Йәмғиәт

Өфөгә Башҡорт ҡымыҙы фестиваленә 5 тоннанан ашыу шифалы эсемлек килтерҙеләр



Өфөлә тәүге тапҡыр «Ҡымыҙсылар-2018» башҡорт ҡымыҙы фестивале үтте.

Өфөләрҙең популяр ялитеү урынында — Яҡутов исемендәге паркта Башҡортостандың төрлө райондарынан 13-тән ашыу ҡымыҙ етештереүсе үҙ продуцкцияһын тәҡдим итте. Фестивалгә бөтәһе 5 тоннанан ашыу шифалы эсемлек килтерҙеләр, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтенән.

Өфө халҡы ҙур теләк менән ҡымыҙҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡараны һәм «Ҡымыҙ» тигән яҙыу янында фотоға төштө.

Шулай бында бал, сувенирҙар һәм милли ризыҡтар тәҡдим ителде, «Башҡортостанда ҡымыҙ һәм ҡымыҙ менән дауаланыу тарихы»  фотокүргәҙмәһе эшләне, артистарҙың сығыштарын күрергә мөмкин ине, уйын-конкурстар ҙа ойошторолдо.

Ҡымыҙ – Башҡортостандың төп гастрономик брендтарының береһе. Аҡ төҫтәге әскелтем эсемлекте юҡҡа ғына «батырҙар» эсемлеге тип атамайҙар – ул йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт бирә һәм дауалау үҙенсәлектәренә эйә. Ҡымыҙ ашҡаҙан һутының сифатын, матдәләр алмашыныуын, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, холестерин кимәлен тигеҙләй һәм башҡалар.